Р. Зорге урамындағы телебашняның медиафасадында яҙғы пейзаждар, аҡ күгәрсендәр, һауа шарҙары, сағыу биҙәктәр һәм "Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!", "РТРС-ҡа - 25 йыл!" ҡотлау-сәләмләүҙәр барлыҡҡа киләсәк.
Байрамса яҡтыртыу урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 22.00-дән 00.00-гә тиклем буласаҡ.
Төҫлө шоуҙар ҡараңғы төшөү менән Мәскәү, Благовещенск, Братск, Брянск, Воронеж, Грозный, Ҡазан, Кострома, Магас, Майкоп, Мурманск, Назрань, Нальчик, Омск, Ырымбур, Пенза, Дондағы Ростов, Һамар, Санкт-Петербург, Һарытау, Симферополь, Сочи, Тамбов, Тверь, Улан-Удэ, Силәбе, Черкесск, Яҡутск, Ярославль һәм башҡа ҡалаларҙағы башняларҙа башланасаҡ.
Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-30/telebashnya-v-ufe-pozdravit-s-pervomaem-4670995