

Йыл һайын 30 апрелдә Рәсәй янғын һағы көнө билдәләнә. Ошо һөнәри байрам алдынан үҙемдең эшмәкәрлегемде бер аҙға үҙгәртергә – янғын һүндереүсе булып ҡарарға – ниәт иттем. Әммә, шуны билдәләргә кәрәк, был – минең ошо йәһәттән беренсе тәжрибәм түгел. Бынан 20 йыл элек һалҡын ҡыш бер тәүлеккә янғын һүндереүсе булғайным, дөрөҫөрәге, ошо һөнәр эйәләре менән рейдҡа сыҡҡайным. Шул мәлдә ике ҙур шәхси йорттоң утҡа сорналыуы, уларҙы янғын һүндереүселәрҙең һүндереүе хәтеремдә тороп ҡалған.
...Янғын һүндереүселәрҙең иртүк эш башлауын яҡшы беләм, шуға күрә алдан һөйләшелгән көндә иртәнге 7 сәғәт 15 минутта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының Махсуслашҡан янғын-ҡотҡарыу часына килдем. Былтырҙан был ойошмаға эске хеҙмәт подполковнигы Евгений Петрович Федоров етәкселек итә. Бөгөн бында 125 кеше эшләй һәм 46 ҡотҡарыу техникаһы, шул иҫәптән катер, бронетранспортерҙар, радиация разведкаһы өсөн автомобиль, санитар эшкәртеү өсөн мобиль комплекс һәм башҡалар бар. Барлыҡ көстәр энергетика, сәнәғәт, газ, химия, нефть һәм нефть химияһы сәнәғәте объекттарындағы, күп кеше булған һәм күп ҡатлы биналарҙағы янғынды һүндереүгә тәғәйенләнгән.
Әйткәндәй, быйыл частың барлыҡҡа килеүенә 37 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә ведомство хеҙмәткәрҙәре республикалағы ғына түгел, Рәсәйҙәге лә төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендәге янғындарҙы “ауыҙлыҡлағандар”.
– Әлеге ваҡытта республикала тәбиғәт янғындары теркәлә. Ямғыр күп яумай, шуға күрә Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә ҡоро үләнгә ут тоҡаныусан. Нигеҙҙә, апрелдә, май уртаһына тиклем ошондай янғындар була, – тип һөйләне ул.
Хәүеф-хәтәргә иғтибар итмәйҙәр
Махсуслашҡан янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигының хәрби-ҡотҡарыу эштәре үткәреү буйынса урынбаҫары, янғындарҙы һүндереү һәм эҙләү эштәрен атҡарыу хеҙмәте етәксеһе Азамат Салиев ҡаршы алды. Уның был тармаҡта эшләүенә – 16, часҡа килгәненә ете йыл тулған.
– Эшебеҙҙә төрлө хәүеф янаған мәлдәр күп, әлбиттә. Быға иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ. Ябай кеше өсөн ут ҡаплап алған бинаға инеү ҡурҡыныс күренәлер, әммә ваҡыт үтеү менән был хәлгә күнегәһең һәм һинең эшеңде үҙеңдән башҡа бер кемдең дә атҡара алмаясағын аңлайһың, – ти ул.
Азамат Абдулла улы етәкселек иткән дежур смена үҙенең бурыстарын хеҙмәттәштәренә – икенсе сменаға – тапшырҙы. Водителдәр Айрат Искәндәров, Азамат Абдуллин, Илнур Ғүмәров, Владимир Чугунов, Артур Фәтхетдинов, бүлексә командирҙары Евгений Никулин, Владимир Бабкин, янғын һүндереүселәр Илья Никитенко, Айбулат Богданов һәм башҡалар үҙ сменаһында хеҙмәт бурыстарын атҡарҙы һәм ялға сыҡты.
– Әгәр талап ителә икән, подразделениебыҙҙа штаттан тыш формированиеларҙың булыуы сәбәпле, беҙҙе ашығыс рәүештә эшкә саҡыртып алыуҙары мөмкин. Һөҙөмтәлә ике сәғәт эсендә урында булырға тейешбеҙ, – тип аңлатты янғын һүндереүселәр.
– Беҙ дежур иткән ваҡытта ете тапҡыр янғын сығыу осрағы тураһында хәбәр иттеләр. Уларҙың береһе ялған булып сыҡты, икенсеһе янғын-тактика заданиеһына барыуға, бишәүһе автоматик янғын сигнализацияһының эшләүенә бәйле ине, – тип һөйләй Азамат Салиев.
Ялған шылтыратыуҙар тураһында һорағас: “Кемдеңдер яуыз уй-ниәт менән эш иткәне осраштырғылай. Был ваҡытта административ яуаплылыҡ ҡаралған”, – тине Азамат Абдулла улы.
Атайҙан күргән... янғын һүндереүсе булған
Өлкән инженер-дежур смена етәксеһе, эске хеҙмәт капитаны Наил Ибраһимов – 2018 йылдан янғын һүндереү хеҙмәтендә. Атаһы Искәндәр Әбдрәшит улы ҡарауыл начальнигы булған. Был ғына түгел, Наил Искәндәр улының байтаҡ туғандары ошо тармаҡта фиҙакәр хеҙмәт итә.
– Бәләкәйҙән был һөнәр үҙенсәлектәре тураһында белеп үҫтем, шуға күрә уны һайлауым тиккә түгел. Эшебеҙҙә әүҙемлек, етеҙлек һәм берҙәмлек кәрәк. Ошо йәһәттән водитель Марсель Исмәғилев, янғын һүндереүселәр Илья Чекалов, Искәндәр Ғәлин, Арыҫлан Әхмәтов һәм башҡаларға ышаныслы таянырға була. Уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫталары, – ти смена начальнигы.
Өфөләге Новоженов урамындағы шина монтажлау предприятиеһы келәтендә электр үткәргестең төҙөк булмауы сәбәпле ҙур янғын сыҡҡас, башта урындағы хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре һүндереп маташҡан. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле ваҡытты юғалтҡандар.
– Әгәр ҙә улар ваҡытында беҙгә хәбәр итһә, байтаҡ матди байлыҡ һаҡланып ҡалыр ине, – тип белдерҙе янғын һүндереүселәр.
Даими уҡыуҙар, нормативтарҙы үтәү һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең әҙерлеге ныҡлы. Шулай булырға тейеш тә, сөнки ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында һәр мәлдең һәм хәрәкәттең хәл иткес әһәмиәткә эйә булыуы ихтимал.
Ошо көндө бында Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары Әмир Бикбулатов менән Анисим Кузнецов практика үтә ине.
– Был һөнәр миңә оҡшай, шуға күрә, уҡыу менән бер рәттән, бында эшләргә уйлайым. Әле часҡа урынлашыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм, – тип һөйләне Әмир.
Тимәк, бында хеҙмәткә килергә теләгән йәштәр бар. Улар янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты ярыштарына барған әҙерлекте ҡараны һәм унда ҡатнашты. Был – бер юлы көндәлек хеҙмәткә әҙерлекте нығытыу ҙа, сөнки янғын һүндереүселәр физик йәһәттән көслө, түҙемле һәм сос булырға тейеш. Мәҫәлән, янғын ялмап алған йортто уттан “ауыҙлыҡлау” өсөн ауыр урҙаларҙы күтәрергә, һауа тултырылған баллонды арҡала йөкмәргә, шул уҡ ваҡытта барыһын да тиҙ атҡарырға, йүгерергә, иғтибарлы булырға һәм, талап ителһә, бәләгә тарығандарҙы күтәреп алып сығырға кәрәк. Бынан тыш, махсус кейем үҙе генә ете-һигеҙ килограмм самаһы тарта!
“Быларҙың барыһын да атҡарып сығыр өсөн күпме көс кәрәк!” – тип өндәшәм янғын һүндереүселәргә. Улар физик көс өсөн төрлө күнекмәләрҙе даими атҡарыу, үҙ өҫтөндә эшләү, яңы ысулдарҙы өйрәнеү тураһында әйтте. Был мөһим, сөнки ғәҙәттән тыш хәлдең ҡасан һәм ҡайҙа булырын алдан күҙаллап булмай – һәр саҡ әҙер булыу фарыз. Иң яҡшыһы, әлбиттә, бындай ауыр хәлдәр бөтөнләй теркәлмәһен. Был иһә һәр кемдең ут, газ, шырпы менән һаҡ ҡыланыуына бәйле. Бигерәк тә етеп килгән май байрамдарының матур уҙыуын теләһәк, өйҙә лә, баҡсала ла, ҡырҙа ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.
Ленар ВАХИТОВ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, эске хеҙмәт подполковнигы:
– Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Махсуслашҡан янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы, исеменән үк күренеүенсә, үҙенсәлекле ведомство. Бында үҙ эшенең оҫталары тупланған. Өҫтәүенә частә 100 кешенән торған аэромобиль төркөм булдырылған. Улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итергә әҙер.
Тағы шуны билдәләргә кәрәк: бында, башҡа янғын һүндереү частәренән айырмалы, һыуҙа йөҙә торған техника, БТР-ҙар, ҡарғиҙәрҙәр, квадроциклдар һәм башҡалар бар.
30 апрелдә – Рәсәй янғын һағы көнө. Ошо һөнәри байрамға ҡағылышлыларҙың барыһын да ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, берҙәмлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Янғындар һәм бәлә-ҡазалар һәммәбеҙҙе лә урап үтһен!
Автор һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы фотолары.