

Лифтҡа ингәндә ғәҙәттә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы алға үткәрә. Балалары менән булған хәлдә, ингәндә тәүҙә өлкәндәр инә, балалар беренсе сыға. Лифтта кемгәлер текләп ҡарау, тикшереү матур күренеш түгел.
Автобуста йөрөгәндә лә ҡайһы нәмәләр тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Ингән саҡта иң беренсе инвалидтарҙы, бәләкәй балалы пассажирҙарҙы үткәрегеҙ, уларға урын бирегеҙ. Автобуста тауыш ҡуптармағыҙ, телефондан ҡысҡырып һөйләшмәгеҙ, был башҡа пассажирҙарға ҡамасаулаясаҡ. Туңдырма, төрлө эсемлектәр тотоп автобусҡа инеү, унда сүп ташлап китеү ярамаған эш.
Урамда йөрөгән саҡта ир кеше ҡатын-ҡыҙҙың һул яғынан бара. Ләкин юлда ремонт эштәре ойошторолған икән, тротуарҙың тышҡы яғынан ир кешенең атлауы дөрөҫ. Әгәр урамда ике ир кеше китеп бара икән, һул яҡлап йәшерәге урын ала. Өсәү барған осраҡта урталағы урынды ихтирамлырағы биләй.
Театрға барһаң...
Билдәләнгән ваҡытҡа барып, билетта күрһәтелгән урынға ултырып сабыр ғына көтә белеү мөһим. Тамаша залы буйлап йөрөү, урыныңдан кәрәк-кәрәкмәгәнгә ҡалҡыныу матур күренеш түгел. Тамаша башланғансы уҡ телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйырға онотмағыҙ, шулай уҡ, бик ныҡ асыҡҡан хәлдә лә, залда ашанып ултырырыуҙан баш тартығыҙ. Антракт ваҡытын көтөгөҙ. Урындан сығырға тура килгәндә, ултырғыстарға йөҙ менән боролоп үтегеҙ.
Автор фотоһы.