Йәмғиәт
30 Апрель , 07:00

Уҡытыусылар ҙа ҡайһы саҡ яңылыша...

Ул ваҡиғаға күп йылдар үтте. Миңә онотолмаҫ һабаҡ биргән ҡыҙ хәҙер ҙур ғына ойошмала матур итеп эшләп йөрөй... 

Уҡытыусылар ҙа ҡайһы саҡ яңылыша...Уҡытыусылар ҙа ҡайһы саҡ яңылыша...
Уҡытыусылар ҙа ҡайһы саҡ яңылыша...

“Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә эшкә килдем. Миңә 1-се класс балаларын тапшырҙылар. Класымда 24 уҡыусы. Бер ҡыҙ башҡаларҙан яйлығы, һүлпәнлеге менән айырыла ине. Әкрен яҙа, мәсьәлә-миҫалдарҙы ла иң аҙаҡҡы булып эшләп бөтә. Уның яйлығы йәнемә тейә башланы. Үҙем дә һиҙмәҫтән теге балаға: “Эй мыштырһың да инде”, “Әйҙә, гөбөргәйелкәй, тиҙерәк бул, һине генә көтәбеҙ”, тигән кеүек иҫкәртеүҙәр яһай башланым.

Бер ваҡыт башҡа балаларҙың да ошо ҡыҙға ҡарата ҡарашы үҙгәреүен тойҙом, улар уны “ташбаҡа” тип үсекләгәнен белеп ҡалдым. Тимәк, минең кире ҡарашым башҡа балаларҙа ла уға ҡарата насар мөнәсәбәт уяныуға нигеҙ һалған. Шуларҙы аңлағас, был ҡылығым өсөн оят булды, бындай хәлдәр ҡабатланмаһын, класым дуҫ һәм татыу булһын өсөн тырыштым, балалар йөрәгенә изгелек, бер-береңә ҡарата миһырбанлыҡ тойғолары һалыу ни тиклем мөһим икәнлеген үҙ тәжрибәмдә аңланым.

Ул ваҡиғаға күп йылдар үтте. Миңә онотолмаҫ һабаҡ биргән ҡыҙ хәҙер ҙур ғына ойошмала яҡшы ғына эшләп йөрөй. Матур ғаиләһе бар. Яй булһа ла, бар нимәгә лә өлгөрҙө, тип ҡыуанып уйлап алам уҡыусым тураһында”, - тип һөйләгәйне тәжриәбле бер уҡытыусы. Һығымтаны һәр кем үҙе яһар... 

 

(Психолог Ғәлиә СӘЛИХОВАның яҙмаһы). 

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас