

1 майҙа, Яҙ һәм Хеҙмәт Байрамында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Өфө предприятиелары вәкилдәре, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм яҡташтарҙың ҡаҙаныштары тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.
- Бөгөн беҙ бөтә республика ғорурланған стела янында йыйылдыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән Башҡортостандың тағы бер ҡалаһы, Ишембай, Өфө кеүек үк, «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исеменә лайыҡ булды. Был ауыр һуғыш үткән һәм хәҙерге иҡтисадҡа, күп кенә ҡалаларға һәм ауылдарға нигеҙ һалған тотош быуынға хөрмәт күрһәтеү.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ стела янында йәмәғәт киңлегенең үҫеше менән танышты. Бында, атап әйткәндә, Л-3589 совет йөк паровозы ҡуйылған. Был арт-объект М - 105пф авиация двигателе, нефть һурҙырғыс, карап якорҙары һәм башҡа экспонаттар менән бер рәттән асыҡ һауалағы музейҙың бер өлөшө булып тора.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Яҙ Һәм Хеҙмәт байрамының заманса әһәмиәтен билдәләне, уның мәңгелек ҡиммәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Был, тәү сиратта, хеҙмәт кешеләренең байрамы. Ғаиләләребеҙҙең именлеген тәьмин итеү, тыуған биләмәләрҙе үҫтереү, илебеҙҙе нығытыу өсөн эшләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн илебеҙ мәнфәғәтендә эш итеү – иң ҡиммәтле ғәмәл икәнен иҫкә төшөрөү айырыуса мөһим.
Республика Башлығы шулай уҡ стела янында асыҡ һауалағы музейҙы үҫтереү перспективалары һәм уның үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге роле хаҡында һөйләне.
- Беҙ был локацияны аңлы рәүештә һәм яйлап формалаштырабыҙ. Ваҡыт үтеү менән был урын мәктәп уҡыусылары өсөн ысын белем биреү майҙансығына әйләнәсәк. Күҙ алдына килтерегеҙ, бында балалар турбореактив двигателде яҡындан күрә, паровоздың ҡоролошон өйрәнә, ҡатмарлы техник изделиеларҙың нисек барлыҡҡа килеүен аңлай аласаҡ. Был хеҙмәткә ихтирам тәрбиәләй, патриотизмды үҫтерә һәм йәштәргә инженер һәм эшсе һөнәрҙәрҙең ҡиммәтен аңларға ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров. - Беҙ был майҙансыҡты үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, сөнки ул мөһим мәғрифәтселек миссияһын алып бара.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.