

Арабыҙҙа шундай аш-һыу оҫталары була, улар нимәгә тотонһа, шул ризыҡ уңып килеп сыға. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Гөлшат Шәйхетдинова милли ризығыбыҙ – нитрунды бешереүгә оҫта. Бала сағында әсәһенән күреп өйрәнә ул һәм бөгөн үҙенеке лә уңып килеп сыға. Бешереүе ябай, ләкин барыһыныҡы ла килеп тә сыҡмай.
–Йомортҡаға семтем генә тоҙ, әҙ генә шәкәр һалып ҡамыр баҫам. Тәүге тапҡыр бешереп ҡарағанда 2-3 йомортҡаға баҫығыҙ. Йәймәләрҙе 5 миллиметр ҡалынлығында йәйеп, яҡшы итеп ҡыҙған духовкаға майланған ҡыҙған табаға һалып бешерәбеҙ. Йәймәнең өҫтөн дә майлап ебәрәбеҙ. Ситтәре ҡыҙара башлаһа, алырға кәрәк. Сәй эсергә кетерҙәп кенә торған тәмлекәс килеп сыға, – тип һөйләне Дәүләкән уңғаны.
Әйткәндәй, был ризыҡты төрлө байрамдарға унан бешертеп тә алалар. Тәмле лә, йәмле лә нитрун һәр табындың биҙәге.
Автор фотоһы.