Йәмғиәт
2 Мая , 16:45

 Йәйгесә йылы көндәр башлана

Ҡасан? Ниһайәт, йылы кейемдәрҙе төпкәрәк тығырға ваҡыт етә...

Йәйгесә йылы көндәр башланаЙәйгесә йылы көндәр башлана
 Йәйгесә йылы көндәр башлана

Башҡортостанда оҙайлы һалҡын көндәр урынына йылыһы килә, ти синоптиктар.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәтенә ярашлы, 3 май һауа температураһы климат нормаһынан түбәнерәк ҡала. Яҡын көндәрҙә әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй: төндә термометр бағанаһы -2...+3 градусҡаса төшөүе фаразлана, көндөҙ +10....+15 градустан артмай.

Ә икенсе аҙна башынан төбәктә көньяҡ циклон хөкөм һөрә һәм һауа температураһы күтәрелә башлай.

4 майҙа һауа температураһы +18 градусҡа етә, төндә +9.

5 майҙа тағы ла йылыраҡ күрһәтә - +23 градус.

6 майҙа көндөҙ +25, төндә +11 градус булыр тип фаразлана. Яуым-төшөм был көндәрҙә көтөлмәй, ҡояшлы.

7 һәм 8 май шулай уҡ йылы +23...+24, бер аҙ ямғыр яуа, ти синоптиктар.

9 һәм 10 майҙа +21...+23 градус күрһәтә.

11 майҙа тағы әҙерәк һалҡынайта төшә - +18 градус, ямғыр яуыуы күҙаллана.

Г. Мозафарова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас