Йәмғиәт
2 Мая , 19:15

Еңел генә әҙерләнә һәм бик тәмле!

Тәмле килеп сығыуының сере менән уртаҡлашабыҙ    

Еңел генә әҙерләнә һәм бик тәмле!Еңел генә әҙерләнә һәм бик тәмле!
Еңел генә әҙерләнә һәм бик тәмле!

Был ризыҡты әҙерләү артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай. Ҡунаҡ килгәндә бешерһәң дә биҙәлеше лә  матур, тәмле лә. Күркә итенән һәм дөгө ярмаһынан әҙерләнгән ризыҡ  һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ.

Кистән бер нисә киҫәк күркә итен төрлө тәмләткестәр – онталмаған борос, соя соусы, зәйтүн майы, самалап тоҙ һалып яҡшылап бутайбыҙ һәм һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ. Икенсе көнөнә бер сантиметр тирәһе ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә бүлеп, аш-һыу әҙерләгәндәге махсус сүкеш менән иттәрҙе ике яҡлап төйөп алабыҙ, һуңынан уларҙы гриль табала бешерәбеҙ.

Дөгө ярмаһы түбәндәгесә әҙерләнә: йыуылған дөгөнө аҡ майҙа һарғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Шул ваҡытта ул таралып торасаҡ. Һуңынан өҫтөнән бер сантиметр тирәһе ҡаплағансы һыу өҫтәйбеҙ, ҡайнап сығыу менән һауыттың ҡапҡасын ныҡлап ябып ҡуябыҙ. Биш минут тирәһе бешерһәң, дөгө әҙер. Консерваланған кукурузды дөгө менән ит эргәһенә биҙәп һалабыҙ.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас