

Әле ул Непалда, май уртаһында планетаның иң юғары нөктәһенә күтәрелергә йыйына.
-Мин был көндәрҙә бәйләнешкә сыға алманым. Әле маршрутты асманылар. Шулай ҙа ҡаршылыҡлы хәл альпинистар файҙаһына хәл ителде. Эверест-2026-ға экспедиция буласаҡ. Маршрут һалына, терәктәр ҡуйыла, - тип һөйләне ул.
Кхумбу боҙлауығында – Эверестың иң хәүефле урындарының береһе – беренсе лагерға юлды ҡаплаған алты ҡатлы йорт бейеклегендәге боҙ эленеп тора. Ошо көндәрҙә альпинистар һәм маршрут һалыусылар уны урап үтергә мөмкинлек биреүсе маршруттарҙы эҙләгән. Тәүҙә ул ысҡынып төшкәнсе көтөргә тип ҡарар иткәндәр. Тик ҡасан булыр ул хәл – берәү ҙә әйтә алмай. Рөстәм Нәбиев әйтеүенсә, урау маршрут тапҡандар һәм экспедиция юлын дауам итәсәк.
Фото социаль селтәрҙән.