Йәмғиәт
4 Май , 07:00

Сәтирә әбей ҡаршыма осраһа, юлым уңмай...

 Бер кем дә  уның юлына тап булмаҫҡа тырыша

Сәтирә әбей ҡаршыма осраһа, юлым уңмай...Сәтирә әбей ҡаршыма осраһа, юлым уңмай...
Сәтирә әбей ҡаршыма осраһа, юлым уңмай...

Күрше районда йәшәүсе күптәнге танышым Гөлсимә апай оҙон юлдан килеп төшөү менән үҙенең хәбәрен теҙеп алып китте.

– Ышанһаң, ышан, ышанмаһаң юҡ, туғаным, беҙҙең ауылдағы Сәтирә әбей ҡаршыға осраһа, бер ҡасан да юл уңмай. Уның шундай булыуын бөтә ауыл белә. Шуға бер кем дә уның ҡаршыға килеп сығыуын теләмәй. Бөгөн таң менән ҡалаға дауаханаға тип ниәтләп, алдан һөйләшелгәнсә таксист егет әйткән туҡталышҡа китеп барһам, уйламағанда юлыма Сәтирә әбей килеп сыҡты. Таң менән нишләп ҡаҙҙарын сығарып йөрөйҙөр инде. Кире боролор әмәл юҡ. Киттем инде. Алдан яҙылып килһәм дә, үҙем теләгән табипҡа эләгә алманым. Ҡапыл ауырып больничный алған, тинеләр. Башҡа табипҡа керәһем килмәне. Бушҡа килдем инде. Был беренсегә генә шулай булманы. Бер йылды район үҙәгенә барып ҡаҙ бәпкәләре алып ҡайтҡайныҡ. Шул бәпкәләрҙе машинанан төшөргәндә ҡайҙалыр китеп барған Сәтирә әбей беҙҙең янда туҡталып, күпмегә алғанды һорашып торҙо. Сәтирә әбейҙең осрауына күңелемә ауыр булды, ләкин иғтибар итмәҫкә тырыштым. Ләкин шул йылды бер генә бәпкәм дә иҫән ҡалманы, ҡырылып бөттөләр. Көҙөн ҡаҙ һуйырға насип булманы ул йылды. Гел генә тура килеү булмай инде. Шул Сәтирә әбейҙең нимәһелер бар шикелле. Әллә күҙе ҡаты, әллә башҡа сәбәп, – тине йәне көйөп.

Тормош шундай ҡатмарлы. Ҡайһы бер нәмәләрҙе аңлата ла алмайбыҙ шул.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас