

Күптән түгел яҡшы хәбәр билдәле булды: “Торатау” геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль паркы статусын раҫланы. Ҡарар Парижда ЮНЕСКО башҡарма комитетының 224-се сессияһында ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быны ҙур еңеү тип атаны. Тейешле сертификатты Париждан Өфөгә геопарк директоры Заһир Хәмиҙуллин етәкселегендәге делегация килтерҙе. Ул документты Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһенә тапшырҙы.
"Бик яҡшы хәбәр. Был эш менән системалы шөғөлләнгән бөтә коллегаларығыҙға рәхмәт белдерегеҙ. Беҙ туҡтамайбыҙ", – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, 2026 йылдың июлендә башҡорт шихандарын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя тәбиғәт мираҫы селтәренә индереү тураһында ғаризаны ҡарау планлаштырыла.
– Беҙҙә барыһы ла планға ярашлы бара. Быйыл беҙҙә шихандар килә, ә киләһе йылда Торахан мавзолейы тураһында ғариза әҙерләйбеҙ һәм тағы ла бер нисә ошондай проект алып барабыҙ, – тине ул.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай эш был объекттарҙы һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки эске дәүләт статусына юғары кимәлдәге яҡлау менән халыҡ-ара хоҡуҡи статус өҫтәлә.
– Шүлгәнташтың ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен, алтын ҡаҙаҡтарҙы һәм геопарктарҙы кешелектең бөтә донъя мираҫына индереү – ҙур ҡаҙаныштар. Беҙҙә хатта сират барлыҡҡа килде. Эште дауам итәбеҙ. Системалы эш булғанда, һөҙөмтәләр ҙә бар, – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: скриншот.