Йәмғиәт
5 Мая , 16:30

Ике табаҡ көнбағышты агроном ағай ҡулымдан тартып алды

Шуны алырға өс километр йыраҡлыҡтағы баҫыуға барғайным.  

Ике  табаҡ көнбағышты агроном ағай ҡулымдан  тартып алдыИке  табаҡ көнбағышты агроном ағай ҡулымдан  тартып алды
Ике табаҡ көнбағышты агроном ағай ҡулымдан тартып алды

Миңә ул ваҡытта алты йәш самаһы булмағындыр. Бала саҡта үҙемдән ике йәшкә өлкән Фәнил  ағайымдың артынан да ҡалмай йөрөй торғайным. Бер мәл ул, үҙенең тиҫтере, күрше малай Айнур менән ауылдан өс километр тирәһе йыраҡлыҡтағы баҫыуға барып, көнбағыш алып ҡайтырға һөйләштеләр. Көнбағыш өлгөрөү менән  бала-сағаға уны тәмләп ҡарау ҡыҙыҡ була торғайны.

Бер көн иртәнсәк ағайымдың ҡайҙалыр йыйынғанын күреп, көнбағышҡа барасаҡтарын аңланым һәм һиҙҙермәй генә арттарынан сыҡтым. Дөрөҫ һиҙгәнмен. Ауылдан сығып, улар баҫыу яғына ҡайырҙы. Баҫыу юлына сыҡҡас, оҙаҡ бара алманым. Күреп ҡалдылар.

– Ниңә беҙҙең арттан эйәрәһең? Хәҙер эҫегә хәлең бөтөп, мыжый башлайһың бит! Бар, ҡайтып кит, – тип икәүләп әрләп ташланылар.

–  Юҡ, мыжымайым. Минең дә көнбағыш ашағым килә. Алығыҙ үҙегеҙ менән, ҡайтыу юлын белмәйем, – тип илап ебәрҙем.

Мине йәлләнеләр. Бәләкәй булғас, етәкләп алып, юлды дауам иттеләр.

Атлай торғас, хәл бөттө, үҙебеҙ менән һыу ҙа һалып алмағанбыҙ. Шулай ҙа ҡыйын булһа ла түҙҙем, мыжыманым.  Ниһайәт, көнбағыш баҫыуы күренде.

 Ләкин уларҙы өҙөргә лә хәл ҡалмағайны. Мин бәләкәй булһам да, көсөм етерлек  ике  табаҡ алдым. Көнбағышлы булғас, кәйеф күтәрелеп, ҡайтыу ғына сыҡтыҡ. Йөк булғас, атлау ауырлашты, ләкин бер кем дә бирешергә тырышманы. Ауыл осона килеп еткәнсе, атларлыҡ та хәл ҡалмағайны. Арыуҙан бигерәк ауыҙ кипте, һыуға сарсаныҡ.

– Күп ҡалманы, түҙәйек инде, – тип бер-еберебеҙҙе йыуаттыҡ.

Шул ваҡыт туҙан борҡотоп эргәбеҙгә колхоз машинаһы килеп туҡтаны ла унан ауылдың агрономы Ғәзим ағай килеп төштө.

– Кемдең балалары әле һеҙ? Ни өсөн рөхсәтһеҙ баҫыуҙан көнбағыш алдығыҙ? – тип юлға ҡаршы төштө.

Ҡот осто. Тауыш сығыр-сыҡмаҫ ҡына атайҙарыбыҙҙың исемен әйттек. Хәҙер өйҙә эләсәген уйлап, иларҙай булдыҡ.

– Башҡаса баҫыу тирәһендә һеҙҙе күрмәйем, – тип ҡулыбыҙҙан көнбағыштарыбыҙҙы тартып алды ла, беҙҙе туҙанға батырып машинаһы менән елдереп китеп тә барҙы.

Ғәрлектән иларҙай булдыҡ. Күңел төшөп, кәйефһеҙ ҡайтып керҙек өйгә. Ярты көн буйы интегеп, һыуға сарсап  йөрөп алып ҡайтҡан көнбағышты тартып алған ваҡиға ғүмер буйы күңелде әрнетеп иҫкә төшә. Нисек балаларҙың ҡулынан тартып ала алды икән ул? "Башҡаса рөхсәтһеҙ алмағыҙ”, – тип шелтәләп кенә  ҡайтарһа ла, аңлар инек бит, тип уйлап ҡуям.

 Автор фотоһы. 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас