Йәмғиәт
4 Мая , 20:30

Ғүмер буйы ҡәҙерһеҙ булып йәшәнем...

20 йыл бергә йәшәүҙән бер йылы ваҡиға ла хәтерҙә ҡалмаған.

Ғүмер буйы ҡәҙерһеҙ булып йәшәнем...Ғүмер буйы ҡәҙерһеҙ булып йәшәнем...
Ғүмер буйы ҡәҙерһеҙ булып йәшәнем...

Нурия менән Азамат 20 йыл бергә ғүмер итте. Йылдар уҙған һайын араларындағы йылылыҡ һүрелә барҙы. Аҙаҡ  өйҙәш һымаҡ ҡына итеп көн күрҙеләр. Иртә менән һәр кем үҙ эшенә сығып китә. Кисен ҡайтыу менән кемдер телевизор ҡарай, кемдер телефонда яңылыҡтар эҙләй. Уртаҡ һүҙ, уртаҡ маҡсаттар ҙа юҡ тиерлек.

Ҡасандыр ҡорған донъялары  үҙ ағымы менән китеп тик бара. Улдары Айрат 9-сынан һуң колледжға уҡырға сығып киткәс, тормоштары тағы ла һүнеп ҡалғандай тойолдо. Быларына, бәлки, иғтибар ҙа итмәҫ ине Нурия. Азаматтың насар бер ғәҙәте бар. Саҡ ҡына эсһә лә, холҡо боҙола. Йә өйгә ҡайтмай ситтә эсеп йөрөй, ҡайтһа Нурияға юҡҡа бәйләнеп, ҡул күтәреп йонсота. Йәш саҡтарында бала хаҡына тип түҙҙе Нурия. Ләкин йәш барған һайын был донъяла бер генә тапҡыр ғүмер итеүен  нығыраҡ аңлай.

Тап Азаматҡа сығыуы ла үҙенең генә генә хатаһы... Ниндәй аҡыллы, төплө егетен ошо буш ҡыуыҡҡа алмаштырҙы бит ул йәш сағында.

Илшат ине Нурияның йән һөйгәне. Төҫ-ҡиәфәте, үҙен  тотошо, һөйләше барыһы ла күңеленә ятты. Өйләнешергә булғас, Нурияның ата-әсәһе ҡаршы төштө. Уҡып һөнәр алығыҙ, эшкә урынлашығыҙ, тинеләр. Ул арала Илшат армияға китте. Ике йыл ваҡыт үтер ҙә китер тип уйланылар. Ике арала хаттар өҙөлмәне.

Йәш йөрәктәрҙең яҙмышын Нурияның йәйен ауылға класташтар осрашыуына ҡайтыуы хәл итте. Тап шунда ул Азамат исемле егет менән танышты. Ауылдыҡылар һымаҡ түгел, матур кейенгән, матур һөйләй, ҡыҙҙарҙы килешле итеп һыйлай белә.

Шулай булһа ла, ҡыҙыҡманы уға Нурия. Уның күңелендә бары тик Илшаты ине.  Ситтән был егетте ҡыҙыҡһынып күҙәтһә лә, йөрәгенә яҡын да юллатманы. Ләкин тормошта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай икән.

Бер көндө аҙбар башына бесән өйөшкәндә яңылыш баҫып, Нурия бейектән йығылып төштө һәм тубыҡтан аяғын һындырҙы. Шунда уҡ район үҙәгендәге дауаханаға алып киттеләр. Шул мәлдә Нурияның хәлен белергә уйламаған ерҙән иң беренсе булып Азамат килеп етте.

Шәхси машинаһы булғас, көн дә йөрөргә иренмәне. Кәрәкле дарыуҙарҙың да  барыһын ташып ҡына торҙо. Ләкин бер нисә урындан һынған тубыҡ йүнәлмәне, табиптар Нурияны операцияға баш ҡалаға йүнәлтте. Азаматтың атаһы табип булғас, бында ла Нурияға еңелгә тура килде. Азамат атаһы аша ҡыҙҙы яҡшы клиникаға һалдырҙы. Хатта ҡиммәтле медицина ҡорамалдарына ла аҡсаларын йәлләмәне.

Нурия бик оҙаҡ дауаханала ятҡандан һуң көс-хәл менән аяғына баҫты. Ата-әсәһенең бәләкәй генә эш хаҡына һаулығына был тиклем сығымдарҙы күтәрә алмаҫтарын аңлай ине ҡыҙ. Азамат булмаһа, ғәрип тә булып ҡалырына ла шикләнмәй. Шуға ла Азамат алдында үҙен бурыслы һымаҡ итеп тойҙо. Икенсенән, айҙар дауамында егеткә бер ни тиклем өйрәнеп тә киткәйне.

Ә бер көндө Азамат көтөлмәгән тәҡдим яһаны.

– Нурия, мин һиңә ауылда тәүге күргәндә үк ғашиҡ булдым. Был хистәрем көсәйә генә бара. Миңә кейәүгә сыҡһаң, рәхәттә генә йәшәр инең. Атайым минең өсөн күптән ҡала үҙәгендә фатир алып ҡуйҙы, – тип гәүһәр ташлы йөҙөк бүләк итте.

Егет алдында бурыслы булыу хисе көслөрәк булып сыҡты ҡыҙҙа. Юҡ, тип әйтә алманы. Илшаттың үҙенән бик алыҫта булыуы ла ошондай ҡарарға килергә булышлыҡ иткәндер.

Шулай итеп Нурияның яңы тормошо башланып китте, ләкин яратмаған ир менән йәшәүҙең ғазап булыуын тиҙ аңланы. Мөхәббәт тә бер яҡлы ғына була алмай. Яйлап Азамат та Нурияға ҡарата һүрелде...

Күптән түгел Нурия Илшатты осратты. Паркта күлгә ҡарап онотолоп ултырған сағында Илшат үҙе килеп өндәште.

– Нурия, һаумы! Хәлдәрең нисек?

– Ярайһы, рәхмәт... – осрашыуҙы көтмәгән Нурия  ҡапыл юғалып ҡалды.

Илшаттың тыныс ҡына көр тауышы уның йөрәгенә шул тиклем яҡын. Бик белдерергә тырышмаһа ла, йөҙө балҡып, нурланып  китте Нурияның.

 – Бер ҡалала йәшәһәк тә, бер ҙә юлыма осрағаның юҡ ине. Шулай ҙа тормошоң тураһында барыһын да беләм. Мине көтмәй кейәүгә сығып киткәс, үпкәм ҙур булды һиңә, Нурия. Ләкин ваҡыт үтеү менән баҫылдым. Йөрәгемдә һөйөү хистәрем генә һүрелмәй ҡалды. Тормошта бәхетһеҙ икәнлегеңде лә, ҡайһы саҡ эшкә күгәргән йөҙ менән килеүеңде лә беләм, ләкин тормошоңа ҡыҫыла алманым, сөнки үҙемдең дә ғаиләм бар.

Үҙеңдең бәхетеңде көтөп алмағаныңа күрә яза ла булғандыр был һиңә. Күңел тартмаған менән йәшәү еңел түгел. Минең дә ҡатыным менән аралар һыуынған, ләкин уны ташлап сығып китә алмайым. Уның алдында яуаплылыҡ тигән нәмә бар. Етмәһә, әле бик  ҡаты ауырый. Һуңғы көндәренә тиклем уны матурлап тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатырға тейешмен. Ирең менән йәшәрлек көсөң ҡалмаһа, мине көт. Был юлы ҡабаланып кейәүгә сығып китмәҫһең тип ышанам, – тине лә Илшат үҙ юлы менән китте.

Ул саҡта Нурия Илшатҡа бер нимә лә тип яуап бирә алмағайны.

Көндәр ҡәҙимгесә үтә торҙо.  Бер көндө Азаматтан айырыуса ҡаты туҡмалып, дауаханаға эләгеүе уға ныҡлы бер ҡарарға килергә ярҙам итте. “Бер көн дә тормай китергә. Ҡайҙа булһа ла китергә! Былай барһа, мине ул туҡмап үлтерәсәк” тигән уй башынан китмәне.

Һауығып дауахананан сығырға әҙерләнеп йөрөгән бер көндө палатаға  Илшат үҙе килеп инде. Күҙҙәр осрашыу менән йөрәктәр бер-береһен аңланы...

Был мәлдә Илшат ҡатынын ерләгәндән һуң өс ай үткәйне.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас