Йәмғиәт
5 Май , 13:45

Мыжыҡ коллеганан ялҡтыҡ

Мәңге ризаһыҙ коллега йәштәрҙең туй фотоларын иң алдан ҡарап, йәш коллегабыҙҙың кәйефен төшөрөп ҡуйған ине. Уның фекеренсә, фотолар насар килеп сыҡҡан, кейәү егет ихлас йылмаймай, бағана шикелле баҫып тора һәм башҡалар... Үҙенең шатлығы менән ихлас уртаҡлашҡыһы килгән йәш кәләш быны ишетеп... 

Мыжыҡ коллеганан ялҡтыҡМыжыҡ коллеганан ялҡтыҡ
Мыжыҡ коллеганан ялҡтыҡ

“Эштәге бер коллега үҙенең тормошҡа кире ҡарашы, бар нимәгә зарланыуы менән айырылып тора. Ниндәй генә хәл булһа ла, уның насар яғын таба. Мәҫәлән, беҙ иптәшем менән төҙөлөп ятҡан өйҙән фатир һатып алғас, ҡасан әҙер буласаҡ, күпме көтөргә кәрәк, өйөгөҙ төҙөлөп бөткәнсе, күпме аҡсағыҙ ҡуртымға алған фатирға китеп торасаҡ тип һөйләнде. Өй әҙер булып, күсенгәс, фатирығыҙ бәләкәй генә икән, унда нисек йәшәмәк кәрәк, ошо ғына торлаҡҡа нисәмә йыл ипотека түләр кәрәк, тип ҡаҡшатты. Тәүҙә матур итеп һөйләшеп, аңлатып ҡараным да, аҙаҡтан уның әйткәндәренә иғтибар итмәй, эйе-юҡ тип кенә яуап бирә башланым, уның менән аралашыуҙы ла ҡыҫҡарттым.

Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә килгән йәш кенә коллега ҡыҙҙы бигерәк бөтөрөп ташланы. Ул егете менән никах уҡытып, туйға әҙерләнә ине. Бер йыл буйына кейәүе менән аҡса тупланылар, атай-әсәйгә туй сығымдарын артыҡ һалмаҫҡа, күпселек өлөшөн үҙҙәре ҡапларға тырыштылар. Беҙ бындай аҡыллы, үҙаллы йәштәр өсөн шатландыҡ, ә теге коллега хәҙерге туйҙарҙың хаҡы сыҡмауын, ҙур байрамдар үткәреүҙең мәғәнәһеҙлеген әйтеп, нимәгә кәрәк ул, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Аллаға шөкөр, йәштәрҙең туйы бик матур, үҙҙәре хыял иткәнсә үтте. Бер аҙ ваҡыттан һуң, йәш кәләш туй фотоларын күрһәтергә тип алып килгән ине. Баяғы мыжыҡ, мәңге ризаһыҙ коллега уларҙы иң алдан ҡарап, йәш коллегабыҙҙың кәйефен төшөрөп ҡуйған ине. Уның фекеренсә, фотолар насар килеп сыҡҡан, кейәү егет ихлас йылмаймай, бағана шикелле баҫып тора һәм башҡалар... Үҙенең шатлығы менән ихлас уртаҡлашҡыһы килгән йәш кәләш иларҙай булып ултыра ине. Эштең айышына төшөнөп, йәш хеҙмәткәребеҙҙе тынысландырҙыҡ, фотоларҙы бергәләп ҡарап, йәш парҙың матурлығын әйтеп, бәхетле ғүмер теләнек.

Аллаға шөкөр, был матур пар беҙҙе һоҡландырып, бик татыу йәшәй, бынамын тигән ҡыҙҙары үҫеп килә. Ә теге хәлдән һуң коллегабыҙ мәңге ризаһыҙ был ҡатын менән аралашыуҙы кәметте. Күңел тыныслығын һаҡлау өсөн шундай аҙымға барырға кәрәктер ҙә, сөнки икенсе кешене үҙгәртеү, ул үҙе теләмәһә, мөмкин түгел, ә уның мыжыуын, ризаһыҙлығын тыңлап, ваҡытыңды, энергияңды сарыф итеү бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәй”.

Бындай күренештең сәбәптәре

Кешенең ни өсөн мәңге ризаһыҙ булып, тирә-яҡҡа негатив сәсеүенең психологтар бер нисә төп сәбәбен атап үтә. Шуларға күҙ һалайыҡ.

Тормошҡа кире ҡараш. Кеше тормоштан гел генә насарлыҡ көтә, яманлыҡ янында яҡшылыҡтың да йөрөүенә ышанмай. Йәшәйештән, үҙенән ҡәнәғәт түгел, ә үҙгәреү өҫтөндә эшләр өсөн, иң алда проблеманың тамыры тап үҙеңдә икәнлеген танырға кәрәк. Ғәйеп миндә, үҙем үҙгәрергә тейешмен тип әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға бәләңде һалып, барлыҡ проблемаларҙа хөкүмәтте, ил башлыҡтарын, етәкселәрҙе, туғандарҙы һәм эргә-тирәләге башҡа кешеләрҙе ғәйепләү анһатыраҡ. “Мәңге риза булмағандар өсөн һәр саҡ башҡалар ғәйепле”, – тигән тапҡыр әйтем тап ошо хаҡта.

Юғары өмөттәр. Кеше тормошҡа ҙур өмөттәр бағлай, әллә ниндәй хыялдар менән яна, ә улар ғәмәлгә ашмаған осраҡта, ҡәнәғәтһеҙлек хисе барлыҡҡа килә, ул үҙен эстән ашай һәм ошо ризаһыҙлыҡты башҡаларға ла төшөрә. Артыҡ ҙур өмөттәр бағлаған кешеләр тормоштағы бәләкәй еңеүҙәрҙе баһалай белмәй. Бындай ҡараш башҡаларҙың да еңеүҙәрен, ҡаҙаныштарын баһалағанда нигеҙ булып тора. Ә бит “Мең саҡрымлыҡ юл да беренсе аҙымдан башлана”, – тигән ҡытай мәҡәле бар.

Көнсөллөк. Кеше башҡаларҙың уңышына көнләшеп ҡарай, бүтәндәр уға ҡарағанда яҡшыраҡ, рәхәтерәк, байыраҡ йәшәгәндәй тойола. Булғанына ҡәнәғәт һәм рәхмәтле була белмәй. Ошо хис-тойғо уны күңел тыныслығынан яҙҙыра, үҙенең тормошон башҡалар менән сағыштырып, уны насарыраҡ тип баһалай. Ә был инде зарланыуға, ризаһыҙлыҡҡа юл аса, кеше ҡәнәғәтһеҙлеген, кире энергияһын тирә-яҡҡа һибә башлай.

“Иң яҡшы байлыҡ – башҡаларҙа булған нәмәләргә битараф булыу”, – тип әйткән ғәрәптәрҙең сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Әли ибн Әбү Талиб. Күңелеңде көнсөллөк менән тултырып, шул нәмәм юҡ, был нәмәм етешмәй тип ваҡытыңды, энергияңды шул юҫыҡта сарыф итеп ултырғансы, булғанына шөкөр итеп, булмағанын булдырыу юлында эш алып барыр кәрәк.

Түбән үҙбаһа ла тормошҡа кире ҡарашҡа, ризаһыҙлыҡҡа алып килеүе мөмкин. Кеше үҙен бер нимәгә лә эшкинмәгән, яҡшы баһаға лайыҡ булмаған йән эйәһе тип хис итә. Ниндәйҙер эште һәйбәт үтәгән хәлдә лә, уның һөҙөмтәһендә икеләнә, башҡаларға минән булмай тип зарлана, үҙенең һәләтендә шикләнә.

Бындай кешеләр менән нисек аралашырға?

Сәбәптәрен ҡарап үткәндән һуң, бындай кешеләр менән нисек аралашырға, улар менән нисек бәйләнеш ҡорорға тигән һорау тыуа. Психологтар был юҫыҡта түбәндәгеләрҙе билдәләй.

- Уларҙың үҙҙәрен шулай күрһәтергә, шул рәүешле тоторға хоҡуғын танырға кәрәк.

Мәңге зарланған мыжыҡ кешене тәрбиәләргә, үҙгәртергә, йә иһә барыһы ла яҡшы буласаҡ тип ышандырырға тырышмағыҙ. Әгәр ул донъяның тик кире яҡтарын ғына күрергә теләй икән – был уның хоҡуғы. Уны тыныслыҡта ҡалдырығыҙ. Был улар менән аралашыуҙы бөтөнләй туҡтатырға, бәйләнеште өҙөргә кәрәк тигәнде аңлатмай, шулай ҙа бындай мөнәсәбәттәр тормошоғоҙға кире йоғонто яһап, көс-хәлегеҙҙе, ваҡытығыҙҙы ала икән, аралашыуҙы бер ни тиклем сикләргә, үҙегеҙҙең күңел һаулығын һәм торошон беренсе урынға ҡуйырға кәрәк.

- Позитив булып ҡалығыҙ.

Әгәр эргәгеҙҙә зарланырға яратыусылар күп, уларҙың баҫымы ҙур икән (мәҫәлән, барлыҡ коллектив үҙен шулай тота), үҙегеҙҙә яҡшы фекер йөрөтөү ғәҙәтен тәрбиәләргә өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, һәр кис һайын уҙған көндөң өс-дүрт ҡыуаныслы мәлен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ваҡыт уҙыу менән был фекерләү стилен үҙгәртер: һеҙ “автоматик рәүештә” насар нәмәләргә түгел, ә яҡшыға иғтибар итәсәкһегеҙ.

- Сиктәр ҡуя белеү.

Тормошонан риза булмаған, мәңге зарлыларҙың әйткәнен, һөйләгәнен айыҡ аҡыл иләгенән үткәрә белергә кәрәк, барыһын да йөрәккә яҡын алып, улар кеүек зарлылар рәтен тулыландырып, ҡәнәғәтһеҙлек һаҙлығына батып ҡуймағыҙ.

Йомғаҡлау

Зарланырға яратҡан кешеләр элек-электән булған һәм буласаҡ та, был хәлгә беҙ тулыһынса йоғонто яһап, унан ҡотола алмайбыҙ. Ә бына улар менән нисек мөнәсәбәт ҡороу һәм уларҙың рәтенә инеп китмәү – быныһы беҙҙең иректә, был беҙҙең һайлау.

“Һыҡранмаһын

Тормошонан кеше,

Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.

Ҡыуанһын ул,

Яҡты эҙен күреп

Аҡыллы һәм оҫта ҡулының”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Тормошобоҙға зарланмау, уны биҙәү, яҡшыртыу – былар барыһы ла беҙҙең аҡыллы һәм оҫта ҡулдарҙа!

Мәҡәләнең авторы - психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА. 

Розалия Хисаева фотоһы. (Был фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас