Йәмғиәт
6 Май , 09:20

Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй

Ауыл чатында алып барылған һөйләшеү бына шундай изге ғәмәл менән тамамланған. 

Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләйИр-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй
Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй

Йылайыр ауылының Һабыр ауылы егеттәре башланғысы менән "Таҙа ауылым", "Йәшел Башкортостан" акциялары нигеҙендә олоһо ла, кесеһе лә өмәгә сыҡҡан. Күмәкләп тыуған ауылдарын, уның тирә-яғын таҙалап, күркәмләп ҡуйғандар.

Ауылға йәм кереп ҡалған. Таҙалыҡ, ауылыбыҙҙың төҙөк булыуы беҙҙең үҙебеҙ өсөн, ти һабырҙар. Ҙур өмә тәү сиратта ауыл зыяратында, мәрхүм ауылдаштарҙың мәңгелек йортонда үткән. Ундағы сүп-сарҙы таҙалағандан һуң, ауыл халҡы ауыл урамдарындағы барлыҡ иҫке ҡоймаларҙы, бураларҙы емереп, ситкә сығарыу эшен башҡарған.

Эште ойоштороусыларҙың береһе Илназ Таһиров былай тип яҙған: "Бөгөн бик ҙур эш башҡарҙыҡ, Аллаға шөкөр. Бөгөнгө өмәлә булған һәр берегеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Кемдер тракторын алып сыҡты, кемдер техника өсөн яғыулыҡ алып килде. Ысын ир-егеттәр тәрбиәләгән атай-әсәйҙәрегеҙгә үҙемдең оло хөрмәтемде белдерәм. Һәм, әлбиттә, беҙҙе төшкө аш мәлендә тәмле сәй, тел йоторлоҡ бәлештәр менән һыйлаусы ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарға күрһәткән ярҙамдары, иғтибарҙары өсөн сикһеҙ рәхмәт!
Эшләйһе эштәрегеҙ уң, барыр юлдарығыҙ асыҡ, үҙебеҙ һау, берҙәм булайыҡ".

Афарин, һабырҙар! Тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы, матурлығы үҙебеҙҙән тора шул.

 

Сығанаҡ: Илназ Таһиров, https://vk.ru/wall-154015572_65999

 

Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй
Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй
Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй
Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй
Ир-егеттәр ауылдарын үҙҙәре йәмләй
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас