Йәмғиәт
7 Май , 11:55

Һыйырҙар... ҡулға алынған

Күп тапҡыр иҫкәрткәндән һуң Тимур Кирәевтең түҙемлеге бөткән. Һәм 13 баш һыйырҙы бикләп ҡуйған...

Һыйырҙар... ҡулға алынғанҺыйырҙар... ҡулға алынған
Һыйырҙар... ҡулға алынған

Әбйәлил районының Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тимур Кирәев бер нисә тапҡыр урамда, юлда ҡарауһыҙ йөрөгән мал хужаларына иҫкәртеү яһағайны инде. Аттар һәм һыйырҙар ауыл буйлап йөрөп, йәмәғәт урындарын тәләфләй, юлдарға сығып, авариялар сәбәпсеһе була.

Әле "Черное Белое Асҡарово Абзелиловский район" паблигы хәбәр итеүенсә, Асҡар урамынан 13 баш ҡарауһыҙ мал ҡыуып алып кителеп, махсус кәртәгә бикләп ҡуйылған. Хужаларға малдарҙы бирка таҡҡандан һуң ғына ҡайтарғандар, хәҙер уларҙы административ комиссияға саҡыралар. 

Ауылда дүрт көтөүсе эшләй. Башлыҡ малдарҙы ошондай ойошҡан көтөүгә тапшырырға саҡыра. Мөмкинлеге булмағандар йәки теләмәгәндәр өсөн электр көтөүсеһе йәки алмашлап үҙҙәре көтөү кеүек альтернативалар бар.

Тимур Кирәев Колхоз, Тау, Партизан һәм Мирхәйҙәров урамдарында йәшәүселәргә рәхмәт белдергән, улар көтөүҙе үҙҙәре ойоштора икән. Ауыл хакимиәте етәксеһе штрафтар һәм штраф кәртәһендә тотоу законлы ысулдарға ҡарағанда ҡиммәтерәккә төшә икәнен дә иҫкәрткән. "Малымды сығарып ебәрҙем дә оноттом" тигән уй булырға тейеш түгел", - тигән ул.

Ә һеҙҙә көтөү мәсьәләһе нисек хәл ителә? Көтөүсегеҙ бармы, әллә сиратлап үҙегеҙ көтәһегеҙме? Бер баш малға бер көнмө? Түләү хаҡы ҡиммәтме? 

 

Текст һәм фото сығанағы: https://vk.com/wall-153156628_448159

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас