Йәмғиәт
7 Май , 20:42

“Башҡорт хужабикәһе” ашығыс ярҙам саҡыртҡан

...Ауыл ҡаймағы арҡаһында саҡ дауаханаға эләкмәгән. 

“Башҡорт хужабикәһе” ашығыс ярҙам саҡыртҡан“Башҡорт хужабикәһе” ашығыс ярҙам саҡыртҡан
“Башҡорт хужабикәһе” ашығыс ярҙам саҡыртҡан

“Башҡорт хужабикәһе” булараҡ билдәле блогер Миләүшә Шәйхлисламова социаль селтәрҙәге яҙылыусыларына ашығыс ярҙам саҡырырға тура килгәне хаҡында һөйләне.

Ауырыуҙың сәбәбе – ауылдың майлы ҡаймағы .

– Мин икмәк менән ярты банка ауылдың ҡуйы ҡаймағын ашаным, һәм миңә ҡыйын булды. Ашығыс ярҙам саҡырырға тура килде, – тине ул.

Блогер әйтеүенсә, ауыл ҡаймағына таҙа һыу өҫтәү яҡшыраҡ. Шулай итһәң, ул “һауалы һәм еңел” була, эремсек массаһына оҡшап, һаулыҡҡа зыян килтермәй.

Миләүшә был хәйләгә уны инәһе өйрәткәнен өҫтәй.

Сығанаҡ: i-gazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас