Йәмғиәт
8 Мая , 07:10

Ул әҙәбиәтте, ижадсыларҙы яратты

"Тыуған көнөм менән ҡотлап ҡыуандырҙы", - ти Айгиз Баймөхәмәтов Константин Толкачев тураһында. 

Ул әҙәбиәтте, ижадсыларҙы яраттыУл әҙәбиәтте, ижадсыларҙы яратты
Ул әҙәбиәтте, ижадсыларҙы яратты

Ошо көндәрҙә республикабыҙ ҙур юғалтыу ҡайғыһын кисерә. 4 майҙа Башҡортостандың хәҙерге тарихында мәңгелек эҙ ҡалдырған шәхес арабыҙҙан китте. Күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев вафат булды.

Күптәр уны тотош бер дәүер кешеһе тип атай. Ул ғүмеренең ҙур өлөшөн Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә, төбәк парламентаризмын үҫтереүгә һәм дәүләт институттарын нығытыуға бағышланы. Ауыр сиренә ҡарамаҫтан, Константин Толкачев эшләүен дауам итте һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә күптәр уның тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уны оҙаҡ ваҡыт бергә эшләгән сәйәсмәндәр генә түгел, йәштәр ҙә бик яратты. Бөгөн бергә эшләү дәүере тураһында яҙыусы, Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов һөйләне.

– Бер тапҡыр иртәнге туғыҙҙа телефон шылтырай. Секретарь һеҙҙең менән Константин Борисович һөйләшергә теләй тине лә беҙҙе тоташтырҙы. Ул мине тыуған көнөм менән ҡотларға шылтыратҡан икән. Ҡотланы, ижадсы булараҡ теләктәрен әйтте. Көн матур итеп уның ҡотлауы менән башланып китте. Бик ябай, ихлас һәм иғтибарлы кеше булды тип әйтергә теләйем. Ҡоролтайҙағы ултырыштарҙа бәхәсле ваҡыттар ҙа сығып китә, ҡайһы бер һорауҙар буйынса фекерҙәр арта, шул ваҡытта ул мәсьәләнең артабан ҡуйырыуына юл ҡуймай матур ғына итеп аңлатып, бөтәһен дә тынысландыра ине. Константин Борисович тураһында тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалған. Кем генә уға ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итмәһен, бер ҡасан да юҡ тимәне, ярҙам итергә тырышты.

Уның менән бергә ике тапҡыр Яҙыусылар союзы съезын бергә алып барҙыҡ. Һәр ваҡыт үҙе теләп, мотлаҡ ҡатнашам тип килә ине. Әҙәбиәтте бик яратты ул, ижадсыларға яҡын кеше булды. Бик хөрмәт итәм ине, – тине ул.

Фото: Айгиз Баймөхәмәтовтың шәхси архивынан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас