Йәмғиәт
9 Мая , 21:45

Әсәйҙе атай ятып үлгән урындан ҡуҙғатып булмай...

Атайҙы һигеҙ йыл элек ерләнек. Әсәй был хәсрәтте нисектер тыныс кисерҙе кеүек. Беҙгә шулай тойолдо. Ләкин яңыраҡ беҙҙе аптыратҡан хәл булды.

Әсәйҙе атай ятып үлгән урындан ҡуҙғатып булмай...Әсәйҙе атай ятып үлгән урындан ҡуҙғатып булмай...
Әсәйҙе атай ятып үлгән урындан ҡуҙғатып булмай...

Атай менән әсәйҙең бер-береһенә "яратам" тип әйтеүҙәрен бер ҡасан да ишетмәнек. Атай әсәйгә "ҡарсыҡ" тиер, ә әсәй уға "һин" тип өндәшер ине. Һиңә әйтәм, тип өндәшеүҙәре шундай матур ине. Тауыш ҡуптарғандарын да ишеткән булманы. Һүҙгә килгән саҡтары ла булғандыр, тик нисектер беҙгә белдермәйҙәр ине.

Әсәйгә хәҙер 89 йәш. Миңә лә килмәй, һеңлемә лә, һаман яңғыҙы ғына йәшәй әле. Ул оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләне, үҙе хужа булырға ярата. Етмәһә Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында Үгеҙ йылында тыуған. Ҡыҫҡаһы, бик көслө ул беҙҙең.

Атайҙы һигеҙ йыл элек ерләнек. Әсәй был хәсрәтте нисектер тыныс кисерҙе кеүек. Беҙгә шулай тойолдо инде. Эсендә ниҙәр барын үҙе генә беләлер.

Быйыл фатирына ремонт яһарға тотондоҡ. Йоҡо бүлмәһенә, кухняға, ванна-бәҙрәфкә, коридорға - бөтә ергә яһап сыҡтыҡ. Зал ғына ҡалды. Атайҙы ерләгән көндән әсәй шунда йоҡлай. Атай ятып үлгән диванда.

Бына шунан бер нисек тә ҡуҙғатып булмай үҙен. Йоҡо бүлмәгеҙ рәтләнде бит, шунда ятып тор, аҙаҡ күсерһең, тибеҙ. Ишетергә лә теләмәй. Урынымдан ҡуҙғатмағыҙ, бында йоҡлағас, атайығыҙ янымда кеүек, ти...

Яратыу ошо булалыр инде, тибеҙ һеңлем менән.

 

Фото: "Шедеврум" яһалма зиһен селтәре ярҙамында яһалды.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213168279_185290

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас