

Йәше 90-ға яҡынлаған бер әбейҙең кисерештәре: “Аллаға шөкөр, ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та оҙон ғүмер кисерҙем, бер кемгә лә үпкәм юҡ, үкенестәрем дә ҡалманы. Һаулығым да ярайһы ғына, һәр хәлдә үҙемде үҙем ҡарайым, бер кемгә лә ыҙамды һалмайым. Тик һуңғы ваҡытта кешеләр, бигерәк тә йәштәр алдында уңайһыҙланам. Берәй ергә барһам, был әбейгә бында ни ҡалған, нимә эшләп йөрөй икән, тип ҡырын ҡараған кеүектәр. Үҙемдән йәш кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең үлем хәбәрен ишетһәм, бигерәк ҡыйын. Минән йәштәр был донъяны ҡалдыра, ә мин һаман да йәшәйем, кемдеңдер урынын биләп торған кеүекмен. Оҙаҡ йәшәүемдән ояла башланым...”
Кәңәш
Беҙ, бәхеткә күрәме, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы – быныһын һәр кем үҙе хәл итә, үҙебеҙҙең күпме йәшәребеҙҙе белмәйбеҙ. Һәр кем яҡты донъяла бары тик үҙенә тәғәйен ғүмерҙе йәшәй, кеше яҙмышын да, уға тейеш ваҡытты ла тартып алмайбыҙ, сөнки был мөмкин түгел!
“Ҡартлыҡ ул барыһың да өлөшөнә төшмәй, сөнки кемдер йәшләй үлә”, тигән әйтем бар. Тағы ла “Ғүмер барыһына ла бирелә, ә бына ҡартлыҡ һайланған кешеләрҙең генә өлөшөнә тейә”, тип тә әйтәләр. Шуға күрә бирелгән ғүмерҙе матур итеп йәшәү, булғанына рәхмәтле булыу – үҙебеҙҙең ҡулда.
Авторы - психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan