

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаева ошо көндәрҙә үҙе менән булған күңелһеҙ хәл тураһында һөйләне. Йырсы социаль селтәрҙәге яҙылыусыларына ауырыған килеш сәхнәлә сығыш яһарға мәжбүр булыуы тураһында хәбәр итте.
– Ҡазан концерттары алдынан мин ныҡ ауырып киттем, вокаль тауышым юғалды. Был ҡот осҡос булды, — тип хәбәр итте артистка.
Гөлназ Асаева, ғүмерендә беренсе тапҡыр тауышын тигеҙләгән автотюн менән эшләргә тура килде, тип өҫтәне.
– Ныҡлы оятҡа ҡалдым, әлбиттә. Шулай ҙа була, — тип һығымта яһаны йырсы.
Ысынлап та, ул башлыса тере тауыш менән йырлай. Шуға күрә автотюн файҙаланыу уға уңайһыҙ булғандыр.
Фото: culture.ru