

Заманында уны бик дан егет булған тиҙәр. Оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, өҫтәүенә спортсы. Үҙенә күҙ һалған, оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙар ҙа байтаҡ булған. Ә Мансурҙың йөрәгендә тик бер генә кеше – аҡ ҡына йөҙлө, етендәй һарғылт сәсле, үҙе һипкелле, үҙе һөйкөмлө Сәлимә. Ул йылмайғанда күҙҙәре генә түгел, ана шул һипкелдәре лә балҡып китә төҫлө.
Улар бер урамда уйнап үҫте, бергә мәктәпкә йөрөнө. Үҙенән бер йәшкә кесерәк Сәлимәне Мансур ыжғыр бурандарҙа ла, яҙғы ташҡын мәлендә лә, көҙгө яуында ла һаҡлап-яҡлап ҡына йөрөргә тырышты. Өс саҡрымдағы күрше ауылға йөрөп уҡынылар, сөнки улар тыуып үҫкән алтмыш өйлө ауылда мәктәп юҡ ине.
Бер аҙ үҫеп, танауҙарына еҫ инә башлағас, бергәләп киске уйындарға сыға башланылар. “Сыға башланылар” тип әйтеү артығыраҡтыр, сөнки ғаиләләге иң төпсөк бала Сәлимәне олоғайып барған атай-әсәһе эргәләренән һис тә ебәргеһе килмәй ине.
Ҡыҙыҡай киске уйынға ла әсәһенән инәлеп-ялбарып һорап, мотлаҡ шул сәғәткә ҡайтып етергә һүҙ биреп кенә сыға ала. Етмәһә клуб та күрше ауылда, йәйгеһен тура юлдан, тал-тирәк менән уратып алынған туғай аша йөрөһәләр ҙә, ике саҡрым самаһы. Мансур менән бергә барып, бергә ҡайтырын белгәнгә генә ризалаша әсәһе. Унда ла ҡырҡ төрлө кәңәшен биреп, ҡыҙын ҡырҡ урындан тыйып, ишектән сығып киткәнсе “имен генә йөрөп ҡайт инде, ҡош-ҡортҡа осрап ҡуймағыҙ, эй Хоҙайым, яман уйлы әҙәмдәрҙән йыраҡ ит”, тип теләп ҡала.
Ә Сәлимәгә Мансур янында рәхәт, ышаныслы, ул эргәһендә булғанда бер нимәнән дә ҡурҡмай. Дөрөҫөн әйткәндә, Мансур уға ағаһы һымаҡ, тик һуңғы осорҙа егеттең оҙаҡ итеп текләп ҡарауы, ҡайһы бер ҡыланыштары һағайта ҡыҙҙы. Теге юлы ла клубтан ҡайтышлай һиҙҙермәй генә ҡулынан етәкләп алғас, ҡыҙ шул тиклем уңайһыҙланды, ахырҙа ҡулын егеттең усынан ипләп кенә тартып алды.
Мансур урта мәктәпте тамамлап, физкультура уҡытыусылары әҙерләгән техникумға уҡырға инде. Киләһе йыл яҙға уға әрме сафына саҡырыу килде һәм егет, имтихандарын алдан тапшырып, беренсе курсты тамамлап, ауылға ҡайтып төштө. Июнь айының йәмле кисендә ул ауыл йәштәрен, класташтарын йыйып, хушлашыу кисәһе үткәрҙе. Мансур һәр бейеүгә Сәлимәне генә саҡырҙы.
Бер бейеү мәлендә “әйтер һүҙем бар” тип, урамға саҡырҙы. Улар емеш баҡсаһында Мансур үҙ ҡулы менән яһап ҡуйған эскәмйәгә ултырҙы. Йәйге төн шундай йылы, июнь башы тип әйтмәҫһең дә. Йәштәр башта шым ғына ултырҙы. Бер мәл егет ҡыҙҙы яурынынан ипләп кенә ҡосаҡлап, үҙенә яҡынайтты ла, күҙенә ҡарап:
– Сәлимә, һин мине көтөрһөңмө? – тип һораны.
Бындай һорауҙан да, егеттең ҡыланышынан да ҡыҙ баҙап ҡалды, шулай ҙа тиҙ генә ситкәрәк шылды һәм ҡабаланып:
– Мансур, мин һиңә хат яҙып торормон йәме, – тип яуапланы ла, ҡапыл тороп, өйгә табан атланы. Егеткә уның артынан йәштәштәре гөрләшкән йортона инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Һуңғы осорҙа ҡыҙҙың уның менән ара һаҡларға тырышыуын, тартыныуын һиҙә ине егет, шулай ҙа һыр бирмәне.
Мансур Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләкте. Был уның бала саҡ хыялы ине. Ошо хаҡта белеү менән ҡыуанысынан үҙ алдына йылмайып, алда торған хәрби хеҙмәт көндәрен, күнекмәләрҙе күҙ алдына килтереп, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Шатлығын уртаҡлашып, шунда уҡ атай-әсәйенә һәм Сәлимәгә хат яҙып һалды. Ҡыҙҙан да яуап оҙаҡ көттөрмәне. Шулай итеп, ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләне.
Бер йыл үтеүгә Сәлимә мәктәпте тамамлап, педагогия институтына уҡырға инде. Беренсе курстың көҙөндә күрше районға сөгөлдөр, картуф алышырға барғанда ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән ваҡиға булды. Уларҙы ауыл кешеләренә бүлеп фатирға индергәйнеләр. Сәлимә Алһыу исемле ҡыҙ менән бер яңғыҙ әбейгә өйҙәш булып инде.
Күрше район ҡыҙы Алһыу ялға ҡайып киткән бер аҙнала Сәлимәне урланылар. Эйе, эйе, был төбәктә “ҡыҙ урлау” тигән йола һаман да бар имеш һәм был эште тап уларҙы фатирға индергән әбекәй ойошторған.
Көтөлмәгән хәлдән дә, ҡырағай йоланан да шаңҡып ҡалған ҡыҙ нимә әйтергә лә белмәне. Уныңғансы уны урлап алып килгән йортҡа егеттең туғандары йыйыла башланы, мулла килеп инде. Ҡыҙ матур итеп аңлатып та, илап та, һыҡтап та әйтеп ҡараны, әммә тегеләр уны үҙҙәренсә юхалап, өгөтләп, егет янына ултыртып, никах уҡып ҡуйҙы.
Ҡыҙҙарының яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән хәл тураһында хәбәр алғас, ата-әсәһе килеп етте. Әммә оло йәштәге әбей менән бабай күҙенә йәш алып: “Яҙмышың ошолор инде, балам. Ауылда һинең урланып кейәүгә сығыуыңды барыһы ла белә, беҙ бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Риза булып йәшәргә тырыш, ошонда таштай-ҡомдай бат”, – тип әйтеүҙән ары уҙманы һәм ике көн ҡунаҡ булып, ҡайтып киттеләр.
Яңы урынға, ире Рәсихкә, уның туғандарына өйрәнә алмай йонсоно Сәлимә. Өҫтәүенә ире үтә көнсөл, ҡыҙыу кеше булып сыҡты. Шулай ҙа: “Уҡыуымды ташламаясаҡмын”, - тигән талап ҡуйырға көс тапты йәш ҡатын. Ҡышҡы сессияһын матур ғына тапшырып ҡайтты, ире лә артыҡ һүҙ ҡуйыртманы, ә бына йәйгә табан уҡырға юлланырға йыйынғас, ҡырҡ һүҙгә етте, ҡыҙыу эш ваҡытында донъяһын ташлап, етмәһә ауырлы килеш Өфөгә йыйыныуын яратманы. Шулай ҙа, мең бәлә менән булһа ла, беренсе курсты тамамлап ҡайтты Сәлимә.
Октябрҙә улы тыуҙы. Ҡайны-ҡәйнәһенең иҫке өйөн йүнәтеп, башҡа сыҡтылар. Ата-әсәһе алдында әллә ни ҡаңғыра алмаған Рәсих, башҡаланғас, айырыуса ҡаты ҡыланды, әлбиттә, ҡатынының уны яратмауын, өйрәнә алмауын һиҙә ине, шуға күрә барлыҡ асыуын Сәлимәнең үҙенә төшөрҙө. Эскән сағында ҡул күтәрергә лә күп һораманы.
Бына шулай йәшәнеләр. Бер нисә тапҡыр улын күтәреп, ата-әсәһе янына ҡайтырға тип тә уҡталды йәш ҡатын, әммә уларҙы ҡайғы-хәсрәткә батырғыһы килмәне. Был ауылды ла, яҙмышын селпәрәмә килтергән ире Рәсихте лә күрә алмаҫлыҡ хәлгә етеп, илаған саҡтары аҙ булманы, шулай ҙа, тешен ҡыҫып, түҙергә тырышты. Әммә һәр нимәнең сиге була тигәндәй, уның сабырлығын һындырған, был шөкәтһеҙ төйәк менән бәйләп торған берҙән-бер өмөт-ышанысты емергән ҡот осҡос ваҡиға булды.
Ире ғәҙәттәгесә ферманан эсеп ҡайтып инде лә ишектән үк Сәлимәгә аҡырырға, ашарға таптырырға тотондо. Бала имеҙеп ултырған ҡатын улын йәһәт кенә урындыҡҡа һалып, тороп китмәксе булды. Ишек төбөндә сисенеп торған ир: “Нимешләп мыштырлайһың?! Йәһәтерәк бул!” тип ҡулындағы һыңар итеген ҡатынына елгәрҙе. Ауыр кирза итек Сәлимәгә теймәй, урындыҡҡа ятҡан сабыйҙың башына килеп төштө. Бала шарылдап иларға тотондо, маңлайы күбеп сыҡты. Был хәлдән шаңҡып ҡалған бисара ҡатын, сабыйын эләктереп, өйҙән сығып йүгерҙе. Ниндәй ҡот осҡос эш ҡылыуын аңлаған Рәсих тә ҡапыл айнып киткәндәй булды.
Ауыл фельдшеры йәһәтләп машина йүнләп, быларҙы район дауаханаһына ебәрҙе, әммә сабыйҙы ҡотҡара алманылар. Шулай итеп, Сәлимә менән Рәсих ете айлыҡ ҡына улдарын юғалтты. Әлеге хәлдән һуң ирҙән һорау алып, район үҙәгенә алып китеп бикләп ҡуйҙылар. Сабыйын юғалтыу ҡайғыһынан иҫһеҙ кеше кеүек йөрөгән һылыуын бер туған апаһы Өфөгә алып ҡайтып китте. “Туғаным, ҡайғыны эш менән генә баҫып була” тип, үҙе янына фабрикаға эшкә төшөрҙө, ә көҙгә табан Сәлимә, уҡыуын яңынан тергеҙеп, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте.
Әлбиттә, уның тормошондағы ҡыҙғаныс хәлдәр Мансурға ла барып етмәй ҡалманы. Әрменән ҡайтып, техникумда уҡыуын дауам иткән егет, Өфөгә килеп, Сәлимәне эҙләп тапты. Мансурҙы күргәс, нисектер үтә яҡын, ҡәҙерле кешеһен осратҡандай булды ул. Үҙе лә һиҙмәҫтән уның ҡосағына һыйынып, буҫлығып илап ебәрҙе. Егет уны сәсенән һыйпап яратты, йыуатыу һүҙҙәрен эҙләне. Икәүләп киноға барыу, паркта һөйләшеп йөрөү ҡыҙҙы ҡайғыһынан арындырғандай булды.
Мансур Өфөгә йыш килде, Сәлимә лә уны һағыныуын, үҙ итеүен аңланы. Шуға күрә бер йылдан, егет уҡып бөтөп диплом алыуға, уның тәҡдимен ҡабул итеп, Мансурға кейәүгә сыҡты.
Йәш ғаилә үҙҙәре уҡыған күрше ауылда төпләнергә ҡарар итте, сөнки икеһенә лә мәктәптә эш тәҡдим иттеләр. Тормоштары ыңғай ғына барҙы: ҙур итеп йорт һалдылар, ҡыҙҙары, унан улдары тыуҙы. Әммә был юлы лы бәхетһеҙлек һағалап торған икән Сәлимәне, дөрөҫөрәге “йәшел йылан” боҙҙо матур ғаиләнең тормошон.
Мансур эсергә әүәҫләнеп алды, шул арҡала уҡытыусылыҡ эшенән ҡыуылды. Себер яҡтарына барып эшләү тағы ла нығыраҡ боҙҙо ирҙе. Улы өйләнеп, ҡыҙы кейәүгә сығып, икеһе лә ҡалала төпләнде. Эскенән айнымаған Мансур әйләнгән һайын Сәлимәнең үткән тормошондағы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, уны тоғро булмауҙа, әрменән көтөп ала алмауында ғәйепләне.
Эскән иренән, уның әр-битәренән ялҡҡан Сәлимә апай бер көн килеп, барыһын да күтәрә һуғып, Мәскәүгә эшкә сығып китте. Япа-яңғыҙ ҡалған Мансурға донъя ауҡан ҡалды, дуҫ-иштәрен – үҙе кеүек эсергә яратҡан ирҙәрҙе йыйып табын ойошторҙо. Ҡасандыр тәҙрә төбө һайын күкрәп гөлдәр сәскә атҡан йәмле йорт шөкәтһеҙ, ҡотһоҙ урынға әйләнде. Мансур кеше алдында һыр бирмәҫкә, ҡатынын үҙе ҡыуып ебәреүен әйтеп, маҡтанырға яратты. Әммә эсеп алған һайын бер йырҙы һуҙҙы: “Ҡайтыр юлдарыңа һибер өсөн ҡулым менән йондоҙ тирермен...”
Нәсих Хәлисов фотоэтюды