Йәмғиәт
12 Май , 13:30

Ҡайһы еренән тотһаң да, ыуалырға ғына әҙер

Ул бер нисә өлөшкә бүленгән

Ҡайһы еренән тотһаң да, ыуалырға ғына әҙерҠайһы еренән тотһаң да, ыуалырға ғына әҙер
Ҡайһы еренән тотһаң да, ыуалырға ғына әҙер

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм йәшәйешкә битараф булмағандар Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация үткәрелгән цехта булды һәм ундағы хәл-торош менән танышты. Ысынлап та, ул бер нисә өлөшкә бүленгән, һәр урынға яҙыу беркетелгән, суйынды ҡырҡҡандар, киҫкәндәр, шөрөптәрен бороп алғандар һәм матур ғына итеп иҙәнгә йәйеп һалғандар, ҡыҫҡаһы, бында эш ҡайнай.

– Һәйкәл суйындан эшләнгән, ә ул бик сифатлы булмаған, – тине реставрация төркөмөнөң етәксеһе Андрей Кудрявцев. – Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР кешеһе донъяла беренсе булып йыһанға осорға һәм илебеҙ атом ҡоралын етештереү йәһәтенән алдынғылыҡты бирмәҫкә тейеш булған. Төҫлө металл етешмәгән ул саҡта, шуға күрә лә һәйкәлдең авторы уны суйындан ҡойған. Шул уҡ ваҡытта һәйкәлде бик ашығып эшләгәндәре күренеп тора.

Әйткәндәй, Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан эшләргә уйлаған.

Андрей Юрьевич билдәләүенсә, һәйкәл ныҡ таушалған, серек ерҙәре ифрат күп. Унда башта дренаж эшләнгән булған, тик ваҡыт үтеү менән уныһын да ямап ҡуйғандар. Ул һәйкәлде "ашау"ҙа ҙур роль уйнаған. "Металл арыған" тигән төшөнсә бар икән архитекторҙар телендә. Салауат Юлаев һәйкәле тураһында ла шулай әйтергә мөмкин. Уны урынынан алыуҙы саҡ ҡына һуңлатҡанда, һәйкәлдең онталыуы көн кеүек асыҡ, ти белгестәр. Хатта аттың башы осоп төшөр ине.

Һәйкәлде әллә нисә тапҡыр буяғандар, әле архитекторҙар уларҙы аҡтарғанда уның бик ныҡ таушалғанын күргән. Ярыҡтар, тишектәр һәм йәмшәйгән урындар - шуға асыҡ миҫал. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, һәйкәлде бронзанан ҡойоп, бер йылдан элекке урынына урынлаштырасаҡтар.

Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй Һынлы академияһы академигы Александр Мирианашвили белдереүенсә, бронзанан ҡойолған һәйкәл оҙаҡ торасаҡ, кәм тигәндә 150 йыл "йәшәй".

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас