Йәмғиәт
12 Мая , 09:00

Михайловкала яңы заманса спорт залы була

Былтыр йыл аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнештә Михайловка ауылы халҡы һәм уҡытыусылар коллективы мәктәптәге спорт залының авария хәлендә булыуы тураһында белдереп, ярҙам итеүҙәрен һораған ине. 

Михайловкала яңы заманса спорт залы булаМихайловкала яңы заманса спорт залы була
Михайловкала яңы заманса спорт залы була

Һуңғы ваҡытта Әбйәлил районында әленән-әле шатлыҡлы ваҡиғалар булып тора. Күптән түгел Михайловка ауылында яңы заманса спорт залы төҙөлә башлауын кәүҙәләндергән тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Был эштәрҙең барыһы ла “Салауат” компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Былтыр йыл аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнештә Михайловка ауылы халҡы һәм уҡытыусылар коллективы мәктәптәге спорт залының авария хәлендә булыуы тураһында белдерҙе һәм ярҙам һораны. Радий Хәбиров республика мәғариф министры шунда уҡ Илдар Мәүлитбирҙинға мәсьәләне хәл итергә ҡушты. "Тура бәйләнеш"тең икенсе көнөнә геологик разведка эштәре алып барған “Салауат” компанияһы вәкилдәре Михайловка мәктәбе уҡытыусылары менән осрашты. Һөҙөмтәлә спорт залын ремонтлау хәл ителде.

Ниһайәт, 2021 йылдан авариялы тип табылған спорт залын яңынан төҙөү буйынса эштәр башланды. Төҙөлөш эштәре ағымдағы йылдың 10 апреленән башланған. Спорт залы төҙөлөшөн предприятие партнеры - Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды финанслаясаҡ.

Тап ошо маҡсаттан сығып күптән түгел Әбйәлил районы хакимиәтендә партнерҙар подряд ойошмаһы менән өс яҡлы килешеү төҙөнө. Документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында район башлығы Айрат Әминев, Хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова һәм “Урал төҙөлөш идаралығы” подряд ойошмаһы директоры Станислав Тарасюк ҡатнашты. Был партнерлыҡ Михайловкала яңы спорт залы төҙөү буйынса мөһим социаль проектты тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итә.

Әбйәлил халҡы “Салауат” компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәевте әйткән һүҙен теүәл үтәгән етәксе булараҡ яҡшы белә.

— Был объект уҡыусылар өсөн генә тәғәйенләнмәгән. Беҙ уны ауыл халҡы ла килеп спорт менән шөғөлләнә алырлыҡ итеп проектланыҡ. Бында түңәрәктәр һәм спорт ярыштары үткәрергә мөмкин буласаҡ. Ауыл биләмәһенә туғыҙ ауыл ҡарай, был Әбйәлил районы халҡының байтаҡ өлөшөн тәшкил итә. Киләсәк быуындарҙы үҫтереү - беҙҙең өҫтөнлөк. Спортҡа һәм балаларға күп көс һалһаҡ, беҙ илдең һәм республиканың киләсәгенә тос өлөш индерәбеҙ. Был - Әбйәлил районында эшләй башлағандан алып беҙҙең ҡараш. Киләсәк быуын спортты үҙ итеп, сәләмәт тормош алып барыуҙарын теләйбеҙ, - ти Таһир Тимербай улы. — Беҙ социаль яҡтан яуаплы инвестор. Шуға ла әйткән һүҙебеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалабыҙ, был тәңгәлдә район халҡы ла беҙҙе яҡшы белә. Спорт залын Беренсе сентябрь – Белем байрамына тулыһынса тамамлап, тапшырасаҡбыҙ. Яңы социаль объект Михайловка ауылына йәм биреп торасаҡ. Иң мөһиме – уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла спорт залын урап үтмәһен, килһен, шөғөлләнһен һәм һаулыҡтарын нығытһын. Беҙ төҙөгән спорт залында буласаҡ спортсылар тәрбиәләнһен, юғары уңыштарға ирешһендәр, район, республика, ил данын яҡлаһындар!

Иң мөһиме: йылдар дауамында хәл ителмәгән мәсьәлә урынынан ҡуҙғалып, төҙөлөш эштәре башланған.

 

Мәҡәлә тулыһынса гәзитебеҙҙең алдағы һандарында сығасаҡ.

Автор фотолары.

Михайловкала яңы заманса спорт залы була
Михайловкала яңы заманса спорт залы була
Михайловкала яңы заманса спорт залы була
Михайловкала яңы заманса спорт залы була
Михайловкала яңы заманса спорт залы була
Автор:Карима Усманова
Читайте нас