Йәмғиәт
12 Мая , 06:45

Йәш бит әле...

Ғәйепләнеп, яңыраҡ һаҡ аҫтына алынған етәксене йөрәк өйәнәге тотҡан. "Ашығыс ярҙам" килгән дә ашығыс рәүештә дауаханаға алып киткәндәр...

Йәш бит әле...Йәш бит әле...
Йәш бит әле...

Баш ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев ҡулға алынып, яңыраҡ СИЗО-нан "өйҙәге һаҡ аҫтына" оҙатылғайны.

"Честный репортаж" хәбәр итеүенсә, бөгөн йөрәк өйәнәге тотоп, уға "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен саҡыртҡандар. Табиптар тәүҙә уны өйҙә тикшергән, артабан Республика клиник дауаханаһына алып киткәндәр.

Йөрәк менән шаярмайҙар. Мэрға һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: Р. Мәүлиевтең МАХ-каналынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас