Йәмғиәт
14 Мая , 07:10

Әсәһенең башына еткән ирҙе 3,5 йылға төрмәгә ултырттылар

Ҡатын бер йыл элек, 26 июндә, үлә. Әле Стәрлетамаҡ судында уның 37 йәшлек улын хөкөм иттеләр.

Әсәһенең башына еткән ирҙе 3,5 йылға төрмәгә ултырттыларӘсәһенең башына еткән ирҙе 3,5 йылға төрмәгә ултырттылар
Әсәһенең башына еткән ирҙе 3,5 йылға төрмәгә ултырттылар

Стәрлетамаҡ ҡала суды 37 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Уны бер юлы ике статья буйынса ғәйепле тип таптылар — интектереү һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға алып барып еткереү.

Суд мәғлүмәттәре буйынса, ир ата-әсәһе менән бергә йәшәгән һәм 2025 йылдың ғинуарынан июнь айына тиклем улар менән даими низағта булған. Быға ғаиләнең фатирҙы һатыуҙан баш тартып, унан киләсәк аҡсаның бер өлөшөн улдарына айырым торлаҡ һатып алыу өсөн биреүҙән баш тартыуы сәбәпсе була.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, был осорҙа ул ата-әсәһенә ҡарата даими рәүештә көс ҡуллана, уларҙы ҡурҡыта һәм кәмһетә. 2025 йылдың 26 июнендә әсәһе ғаиләләге ауыр психологик хәл тәьҫирендә үҙ-үҙенә ҡул һала.

Суд ирҙе 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеп, дөйөм режимлы колонияға ебәрергә ҡарар сығарҙы.

 

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас