Йәмғиәт
15 Май , 10:00

Балалар фольклориадаһына тиклем ҡалған көндәр артҡа һанала башлай

Ошо ваҡиғаға арналған тантана "Башҡортостан" дәүләт концерт залының ижади миҙгелен ябыу кисәһендә уҙғарыла.

Балалар фольклориадаһына тиклем ҡалған көндәр артҡа һанала башлайБалалар фольклориадаһына тиклем ҡалған көндәр артҡа һанала башлай
Балалар фольклориадаһына тиклем ҡалған көндәр артҡа һанала башлай

20 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына тиклем ҡалған 35 көн артҡа һанала башлай. Ошо ваҡиғаға арналған тантана "Башҡортостан" дәүләт концерт залының ижади миҙгелен ябыу кисәһендә уҙғарыла. Уның сәхнәһе халыҡ ижады оҫталарын һәм йәш башҡарыусыларҙы берләштерә. Сарала В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Татарстан мәҙәниәте вәкидәре ҡатнаша.

– Кире иҫәп башлау – Фольклориаданың электән килгән матур йолаһы, ул төрлө йылдарҙағы фестивалдәрҙең баш ҡалаларын берләштерә һәм ара үткәрелгән урында ғына түгел, ә тотош илдә яҡшы кәйеф тыуҙыра. Меңәрләгән талантлы бала күп милләтле Рәсәйҙең мәҙәниәтен һәм йолаларын күрһәтер, яңы дуҫтар табыр өсөн Башҡортостанға килә. Быйыл 37 илде берләштереп, Рәсәйҙең уникаль проекты булған Балалар фольклориадаһы менән 2021 йылда Өфөлә уҙғарылған Бөтә донъя фестивале араһында күпер һалабыҙ. Сараларҙың береһе – БР Милли музейындағы “CIOFF-тың VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы” тигән күргәҙмә, – ти В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова.

Кире иҫәп башлау йолаһын атҡарыу кисен береһенән-береһе сағыу балалар коллективтарының сығыштары биҙәй.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында тематик күргәҙмә-йәрминкә ойошторола, ул ҡунаҡтарҙы халыҡ ижады һәм кәсептәре менән таныштыра. Килеүселәр “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ҡатнашыусыларҙың эштәрен ҡарай, төрлө сувенир продукцияһы менән таныша ала.

Быйыл, 23–27 июндә, Башҡортостан Республикаһы III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ҡабул итә. Быйыл ойоштороу комитеты илдең 80 субъектынан 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны һайлаған. Улар иҫәбендә 78 ижади коллектив һәм үҙ төбәгенең фольклор традицияларын үҙләштергән һигеҙ солист бар.

Балалар фольклориадаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми берләшмәлә ҡарарға була: https://vk.com/folkloriade

Мәғлүмәт, фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/816246/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас