

15 майҙа Өфөләге вуз-ара кампуста ишетеү һәләте боҙолған йәштәр өсөн “Йәм-форум” Республика форумы үтә. Ул Башҡортостанда йәшәгән 14 йәштән алып 35-кә тиклемге әүҙемдәргә тәғәйенләнгән.
Форум аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, таланттарҙы үҫтереү һәм үҙ һәләттәреңде тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән асыҡ майҙансыҡ итеп үткәрелә. Ойоштороусылар республикала ишетеү һәләте боҙолған йәштәр берлеген нығытыуға, шулай уҡ уларҙың шәхси һәм профессиональ үҫеше өсөн шарттар булдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә.
Форум программаһында – эксперттар менән осрашыуҙар, белем алыу мөмкинлектәре, карьера перспективалары һәм социаль башланғыстар буйынса фекер алышыу. Спикерҙар араһында «Башҡортостан Республикаһының Өфө ирекмәндәре ассоциацияһы» рәйесе, ҡаланың Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Елена Недопекина, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министры кәңәшсеһе Лилиә Шамаева бар. Улар йәштәргә үҫешергә, үҙ һөнәрҙәрен табырға, йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға һәм үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән проекттар һәм программалар тураһында һөйләй.
Сараның ойоштороусыһы – “Лидер” балалар һәм үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе.
Ишетеү һәләте боҙолған йәштәрҙең әүҙем берләшмәһе ағзаһына әйләнергә һәм уның үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә әҙер булған һәр кем форумда ҡатнаша ала.
Белешмә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент В. В. Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Юғары белем һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.
Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/28878/