

Гөлгөнә кейәүгә сыҡҡас, бер-ике йыл ятаҡта йәшәнеләр. Иренең эшенән биргәйнеләр уны. Ҡалала торлаҡ яғын тиҙ генә хәстәрләрмен тимә, шуға үҙ мөйөштәренең булыуына шатланды йәш ғаилә.
Өлкән улдары Таһир ҙа дөйөм ятаҡта донъяға килде. Йәш бала менән ятаҡта бик уңайлы булмаһа ла, зарланманылар. Шулай ҙа дөйөм аш-һыу бүлмәһендә ҡайһы саҡта сират барлыҡҡа килеүе мәшәҡәтләй ине. Шуға нисек тә кеше аҙ ваҡытта, халыҡ эштә саҡта был эште башҡарып ҡуйырға тырышты Гөлгөнә.
Бер мәлде көндөҙ ире эштә булғанда сабыйына бутҡа бешерергә тип кухняға сыҡты. Үҙе менән алты айлыҡ улын күтәреп алды. Шул ваҡыт нишләптер көйһөҙләнеп илап алып китте бәләкәсе.
–Ҡайҙа улыңды үҙем күтәреп әүрәтеп торайым, бешер бутҡаңды, – тигәнгә әйләнеп ҡараһа, 50 йәштәр самаһындағы асыҡ ҡына сырайлы апайға иғтибар итте.
Таныш түгел һымаҡ. Берәйһенә ҡунаҡҡа килгәндер тип уйланы йәш ҡатын. Тәҡдим ителгән ярҙамдан баш тартманы. Улын апайға тоттороп бутҡа бешерә башланы.
Таныш булмаһа ла, апайҙы ят итмәне сабыйы. Илауы тиҙ баҫылды. Ул арала бутҡа ла бешеп сыҡты.
–Рәхмәт инде, апай, улымды әүрәтеп торҙоғоҙ. Әллә нишләп көйһөҙләнеп алып китте шул, – тип сабыйын алырға үрелде Гөлгөнә.
–Тураһын әйткәнгә күңелеңә ауыр алма, һеңлем. Улың бик аҡыллы булып үҫер, ләкин ғүмере генә ҡыҫҡа булыр. Шуға уның менән булған һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ. Һәр кем маңлайына яҙылғанды күрә шул, – тип ипле генә итеп хушлашып китеп барҙы мөләйем апай.
Ул ваҡытта мәшәҡәттәргә батҡан сағы булғанғамы икән, апайҙың һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Таһиры сәғәтләп, көнләп үҫте: тәпәй китте, балалар баҡсаһына, мәктәпкә төштө. Өлкән улына иптәшкә ҡыҙы Сөмбөл донъяға килде. Бер-береһенә иптәш, терәк булып үҫте улар. Таһир юғары уҡыу йортон тамамлап, нефтсе булып Себер тарафтарына эшкә сығып китте. Эш хаҡы яҡшы булды. Шуға һеңлеһенә лә, ата-әсәһенә лә ярҙам итте. Тыуған йортонда заманса уңайлыҡтар булдырып, эсен-тышын яңыртты. Һуңынан үҙ яртыһын осратып өйләнеп, алыҫта төпләнеп ҡалды. Улының шундай ярҙамсыл, аҡыллы булыуына ата-әсәһе һөйөнөп бөтә алманы. Таһирҙың өлкән улына 3 йәш булғанда, бәләкәсе 4 айлыҡ сағында уларҙың ишеген ҡайғы еле ҡаҡты. Таһир һыу ингәндә көҙән йыйырып, йылғаға батты, 29 йәшендә был донъянан китеп барҙы.
Шул ваҡытта бик күп йылдар элек дөйөм ятаҡта таныш булмаған апайҙың әйткәндәре Гөлгөнәнең иҫенә төштө.
–Бер күреүҙә улымдың киләсәген нисек әйтә алды икән? – тип ғәжәп итеп шул ваҡиғаны байтаҡ йылдан һуң иренә һөйләп бирҙе Гөлгөнә.
Автор фотоһы.