

Артист, Милли йәштәр театры актеры Шәһитулла Хамматов дауаханаға эләккән. 14 майҙа үҙе был турала аппендицит менән Өфөләге 22-се дауаханала ятыуын бедергән.
Шунда уҡ фотолары араһында ҡыҙҙары (моғайын, өлкәне, алты йәшлек Ҡәҙриәлер) яҙған хаттарҙы ла ҡуйған. Уларҙа "Атай, мин һине яратам", "Атай - батырым", "Һин ҡасан ҡайтаһың?" тиелгән.
Комментарийҙар араһында "Яныбай Хамматов ауыр хәлдә дауаханала ятҡан саҡта ейәнсәренән туған телендә яҙылған хат алғас, тиҙ үк төҙәлеп китә. Ҡыҙығыҙҙың матур хаты ошо тарихты иҫкә төшөрҙө. Һауығып, тиҙ арала аяҡҡа баҫып, яҡындарығыҙҙы, беҙҙе, йәғни, һеҙҙең ижадығыҙҙы күҙәтеп, ысын күңелдән ҡыуанып ҡараған яҡташтарығыҙҙы ҡыуандырығыҙ, ИншаАллаһ. Туған телен оноттормаған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!" тигәне лә бар.
Талантлы артисҡа тиҙерәк һауығып, ғаиләһенә, ҡыҙҙары янына ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: Ш. Хамматовтың шәхси архивынан.