Йәмғиәт
17 Май , 09:30

Радий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы тураһында һөйләне

 "Көньяҡ Урал һуҡмағы"нда 200 километрлыҡ яңы участка "Урал аръяғы" асылды", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы тураһында һөйләнеРадий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы участкаһы тураһында һөйләне

"Башҡортостанда рәхәтләнеп сәйәхәт итеүселәр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ. "Көньяҡ Урал һуҡмағы"нда 200 километрлыҡ яңы участка "Урал аръяғы" асылды", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

“Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле блогер Рәйес Ғәбитов менән бергә былтыр Сибай ҡалаһында, "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы ваҡытында, яңы маршрутта тәүге маркерҙы эшләнек. Һуҡмаҡ райондың төп иҫтәлекле урындары — Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ күле, Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары, Асҡар ауылы аша үтә. Яҡтыкүл буйында тамамлана.

Көньяҡ Урал һуҡмағының башҡа участкалары кеүек үк, был яңы маршрутты ирекмәндәр — Өфө, Силәбе, Магнитогорск ҡалалары халҡы, Сибай туристик йәмәғәтселеге вәкилдәре, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары фермерҙары булдырған. Эштәре өсөн уларға рәхмәт белдерәм.

Республикабыҙҙағы һәр урын, ысынлап та, иҫ киткес. Ә беҙҙә ошондай проекттар булыуы бик шәп.

Башҡортостанға рәхим итегеҙ!”- тип яҙған Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә”ге битләүенән.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас