Йәмғиәт
18 Май , 06:00

Барыһы ла һаулыҡ хаҡына

Ошо көндәрҙә Иглин районында Бөтә донъя башҡорттары “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” тип аталған тәүге күсмә сара үткәрҙе.  VII «Айыҡ ауыл» Республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө райондары һәм Өфө ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты

Барыһы ла һаулыҡ хаҡынаБарыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына

Ошо көндәрҙә Иглин районында Бөтә донъя башҡорттары “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” тип аталған тәүге күсмә сара үткәрҙе.  VII «Айыҡ ауыл» Республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө райондары һәм Өфө ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, быйыл VII «Айыҡ ауыл» Республика конкурсының 12 еңеүсеһен бүләкләү тантанаһы 18 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәһендә үтәсәк. Шулай уҡ быйыл республиканың ете районында, шул иҫәптән Иглин районында, күсмә зона саралары планлаштырылған. Сара сиктәрендә Ҡалтыман ауылы биләмәһендә "Айыҡ ауыл" республика конкурсының приз фондын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөлгән объекттың презентацияһы үтте. Сараның төп өлөшө Иглин ауылында ойошторолдо, унда тематик күргәҙмәләр, мәшғүллек үҙәктәренең консультация зоналары, биш тематик секция эше ойошторолдо.

«Һаулыҡ хаҡына: сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу тәжрибәһенә бәйле төбәк-ара хеҙмәттәшлек» секцияһы муниципаль ойоштороу комитеттары рәйестәрен, 2019-2025 йылдарҙа конкурста еңеүсе ауыл вәкилдәрен, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, «Айыҡ ауыл» VII Республика конкурсы әүҙемселәрен, урындағы башҡорттар ҡоролтайҙары рәйестәрен йыйҙы.

Секция эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, Яҡутстан (Саха) Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Айыҡлыҡ биләмәһе» методик ресурс үҙәге етәксеһе Елена Колесникова ҡатнашты (онлайн).

«Айыҡ ауыл» конкурсында ведомство-ара партнерлыҡ, социаль маҡсаттарға өлгәшеү ҡоралдары хаҡында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, «Айыҡ Башҡортостан» проекты координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләүҙә төбәк ҡануниәтен үҫтереү перспективалары һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсының әһәмиәте тураһында һөйләне.

— Һуңғы йылдарҙа төбәк һәм федераль кимәлдә алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү һәм контрафакт продукцияға ҡаршы көрәш буйынса яңы саралар әүҙем әҙерләнә һәм индерелә. Һәм был башланғыстар һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Һандар һүҙҙәрҙән  сағыуыраҡ: Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда республикала алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары тотороҡло аҙая. Былтыр ғына был күрһәткес 200 осраҡҡа кәмегән. Был 200 ғүмер һаҡланған тигән һүҙ, - тип билдәләне Рөстәм Рифат улы.

 «Башҡорт ғаиләһе: ата-бабаларҙан –  нәҫелгә. Шәжәрә төҙөү буйынса практикум” секцияһы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, тарих уҡытыусыларын, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе. БР Милли архивының күргәҙмә һәм нәшриәт-баҫма эшмәкәрлеге генеалогияһы бүлеге начальнигы урынбаҫары Руслан Сәйетғәлин «Шәжәрә көсө» доклады менән сығыш яһаны һәм шәжәрәне өйрәнеү һәм халыҡ йыйылыштары – ҡоролтайҙар институтын һаҡлау башҡорт халҡының мәҙәни мираҫының мөһим элементтары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар милли үҙенсәлекте нығытыуға булышлыҡ итә һәм тышҡы хәүефкә һәм үҙгәрештәргә ҡаршы торорға һәләтле тотороҡло берләшмә төҙөй, шул уҡ ваҡытта милләт үҙенсәлеген һаҡлап ҡала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, энциклопедист Клара Әһлиуллина «Бәләкәй ватан топонимикаһы: Башҡортостан топонимдарының мәғлүмәт базаһы менән эшләү буйынса практикум» доклады менән сығыш яһаны һәм ошо йүнәлештәге эш алгоритмдарын тасуирланы. Иглин районының почетлы гражданы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хеҙмәт ветераны Ринат Хөснөтдинов шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Виктор Пономарев, «Айыҡ Дон» йәмәғәт ойошмаһын ойоштороусы, РФ Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты Эксперт советының «Физик культура һәм спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше, йәштәр туризмы» эшсе төркөмө ағзаһы Иглин районы мәҙәниәт йортоноң тамаша залында Башҡортостан агросәнәғәт колледжы, мәктәп уҡыусылары  студенттары өсөн «Айыҡлыҡ дәрестәре – балаларҙы һәм үҙеңде бәйлелектән һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлау» лекцияһын үткәрҙе.

Эшҡыуарлыҡ секцияһы, „Айыҡ ауыл“ конкурсы сиктәрендә үҙ-ара эш итеү майҙансығы  булараҡ, бизнес-берләшмә вәкилдәре, дәүләт структуралары һәм потенциаль эшҡыуарҙар ҡатнашлығында үтте. Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт йыйылышы —Ҡоролтай депутаты 136-сы Башҡорт лицейы нигеҙендә ойошторолған «Йәш эшҡыуар мәктәбе» проекты менән таныштырҙы.  Был проект уҡыусыларға һөнәр һайлауға аңлыраҡ ҡарарға һәм киләсәктә үҙ тәғәйенләнешен билдәләргә ярҙам итәсәк, тип билдәләне.

 - Төп маҡсат-бизнес донъяһында уңышлы старт алыу өсөн кәрәкле белемгә һәм компетенцияларға эйә булған эшҡыуарҙарҙың яңы быуынын әҙерләү. Проектты ойоштороусылар лидер булырға һәм үҙ коммуникатив күнекмәләрен үҫтерергә хыялланған, үҙен эшҡыуар ролендә һынап ҡарарға теләгән, бизнес, иҡтисад һәм шәхси үҫеш мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған, буласаҡ компанияһын йәки проектын тәҡдим иткән балаларға йүнәлеш тота, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юлдаш Мөхәммәт улы.

Сараның пленар өлөшөндә "Айыҡ ауыл" Республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы һәм әүҙемселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ксения Лебедева.

 

 

Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас