

Ҡомалаҡ сүпрәһенән бешерелгән икмәктең тәме башҡаса, ашап туймаҫлыҡ булыуын уны тәмләгәндәр генә белә. Замандашыбыҙ был рецепты ярты быуаттан ашыу ҡуллана һәм һәр ваҡыт икмәге уңып бешә. Рецепты һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
– Бының өсөн ҡомалаҡтан яһалған сүпрә ҡулланам. Сүпрәне эшләүе ауыр түгел. Ҡомалаҡты ҡайнатып һөҙәбеҙ ҙә он өҫтөнә ҡайнар ҡомалаҡ һыуын ҡоябыҙ, уртаса шыйыҡлыҡта итеп бутап ҡуябыҙ. Һыуынғас, әсетке өҫтәп, яҡынса бер тәүлеккә әсетергә ултыртабыҙ. Әҙер сүпрәне һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Икмәк бешергәндә он өҫтөнә (яҡынса бер ҡуш ус он) ҡайнар һыу ҡойоп, уртаса шыйыҡлыҡта бутап, икмәк башы яһайбыҙ. Һыуынғас, өҫтөнә бер стакан тирәһе сүпрә һалабыҙ ҙа әсетергә ултыртабыҙ.
Быны төш тирәһе эшләһәк, кискә икмәк башына бер литр йылымыс һыу ҡушып, он өҫтәп, уртаса ҡуйылыҡта икмәк иҙеп ҡуябыҙ. Ҡатнашма төн буйы ултыра, уның өҫтөн йылы итеп ҡаплап ҡуйырға ла онотмағыҙ. Иртәнсәк самалап тоҙ, он өҫтәп, икмәк баҫабыҙ һәм ҡабартырға ҡуябыҙ.
Икмәк силәге ҡабарып тулғас, әүәләп, яртышар ғына итеп һауыттарға һалабыҙ. Матур итеп тулып ҡабарғас, мейескә бешерергә ултыртабыҙ, – тип һөйләне икмәк бешереү оҫтаһы.
Автор фотоһы.