

Һәр кем балаларының туйын күңелле, матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Һуңғы йылдарҙа туйҙар башлыса кафе-ресторандарҙа бер көн эсендә үтә. Ошонда уҡ килен һөйөү, килен, кейәүҙе бейетеү йолаларын да башҡарып ҡуялар. Шулай ҙа элекке йолаларҙы һанлап, ауылса туй уҙғарыусылар, йә ресторанда туй үткәргәндән һуң икенсе көнөнә килен төшөрөү, һыу юлы күрһәтеү, йыуаса йолаларын атҡарыусылар ҙа бар.
Элегерәк туйҙарҙа ир-егеттәр – ҡатын-ҡыҙ, ҡатындар ир булып кейенеп, һыуға барыу, урам буйында халыҡты һыйлау, шаяртыу йолаһы бигерәк ныҡ таралған ине. Әле был күренеш яйлап ҡына онотола бара, әммә барыбер ҡайһы бер туйҙарҙа осрап тора. Әле яңыраҡ “Бәйләнештә”ге бер төркөмдә ошоға бәйле ҙур ғына бәхәс булып алды. Берәүҙәр түштәренә шар өрөп тығып, мини юбка, капрон колготки кейеп йөрөгән ир-егеттәр һәм салбар кейеп, бил тәңгәленә кишер бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙар – йәмһеҙ күренеш, тигән фекерҙә. Икенселәр туйҙа шаярырға мөмкин, бының бер хилафлығы ла юҡ, ти. Шунда уҡ дин белгестәре лә быны ярамаған, Ислам ҡанундарына ҡаршы килгән ғәмәл, тип билдәләне. Һеҙ нисек ҡарайһығыҙ ошоға.
Һуңғы ваҡытта туйҙарҙа тағы бер күренеш барлыҡҡа килде: ҡоҙа ҡаршылағанда мәрәкә өсөн төрлө кино геройҙары булып кейенәләр. Ә һеҙҙең яҡта үткән туйҙарҙа ниндәй йолалар бар?
Фото: асыҡ сығанаҡтағы видеонан скриншот.