Йәмғиәт
19 Мая , 17:55

Ишле ғаилә һынауҙарға бирешмәй

"Балаларығыҙ кейәүгә сығам, өйләнәм" тигән сағында башлы-күҙле итегеҙ, ҡаршы килмәгеҙ", - тигән кәңәштәрен еткерә Шәйхетдиновтар. 

Ишле ғаилә һынауҙарға бирешмәйИшле ғаилә һынауҙарға бирешмәй
Ишле ғаилә һынауҙарға бирешмәй

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында Гөлшат һәм Ратмир Шәйхетдиновтар ишле ғаилә булыуҙары менән түгел, бер төптән донъя көтөүҙәре, бер-береһенә терәк булып йәшәүҙәре менән дә өлгө.

Үҙҙәрен күрһәтергә яратып бармайҙар. Баҫалҡылыҡ  хас был ғаиләгә. Бар булмыштары тырышып донъя көтөү, хеҙмәт итеү, балалар үҫтереү. Уртаҡ маҡсаттар менән 27 йыл бергә ғүмер итә улар.

Өйҙөң ҡото – балаларҙа. Дүрт сабыйға ғүмер бирә улар. Иң өлкәне Замир үҙе лә ғаилә ҡорған, ҡатыны Эльвина менән 3 йәшлек Аслан исемле ул үҫтерәләр. Йәш ғаилә ситкә сығып китмәгән, әле ауылда йәшәйҙәр. Икенсе улдары Рәлиф тә кәләш алған. Ҡатыны Сулпан менән Өфөлә йәшәйҙәр. Өсөнсө балалары 15 йәшлек Радмила һәм кеселәре 13 йәшлек Ранис Ҡоръятмаҫ мәктәбендә уҡыйҙар.

Гөлшат менән Ратмир – класташтар. Бәләкәйҙән бергә уҡыйҙар, өлкән класта дуҫлашып китәләр. Егете армияға киткәс, ҡыҙ ике йыл буйы уны көтөп ала.

–Ратмир йәштән үк кешелекле, ярҙамсыл ине. Әле лә шулай. Һуңғы әйберен дә бирергә әҙер. Балалар өсөн дә өҙөлөп тора. Уларға ҡаты һүҙ ҙә әйтертмәй, – ти Гөлшат Минафтал ҡыҙы.

Ситкә сығып китмәй Ҡоръятмаҫта төпләнә улар. “Ауыл тормошо – беҙҙеке” тиҙәр.  Йәш ғаилә булараҡ дәүләттән ярҙам алып йорт төҙөйҙәр.

Гөлшат ханым әле Ҡоръятмаҫ ауыл мәҙәниәт йортонда художестволы етәксе булып эшләй. 23 йыл мәҙәниәт өлкәһенә хеҙмәт итә ул.  Ауылда мәҙәни тормошто гөрләтеп алып бара. Клубта дүрт төрлө ансамбль эшләй: ололарҙың “Умырзая” вокаль ансамбле, өлкәндәрҙең “Гөлнәзирә” бейеү ансамбле, ҡыҙҙарҙың “Тамсыҡай”  һәм  малайҙарҙың “Дуҫтар” бейеү коллективтары. Улар үҙҙәрендә концерттарҙа ғына сығыш яһап ҡалмай, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. Бала саҡтан сәхнәгә ғашиҡ ханыма был һөнәре тап килеп тора. Йәшләй был йүнәлештә уҡырға тура килмәй уға. 14 йәштә әсәһен, 17 йәштә атаһын юғалтыуы уны бик тиҙ үҙаллы тормошҡа  баҫтыра. “Дүрт йыл эсендә дүрт яҡын кешемде: әсәйемде, атайымды, бер туған апайым менән ағайымды юғалттым”, – тип ғүмеренең бик ауыр мәлдәрен дә хәтергә алды. Шулай ҙа уҡыуға, һөнәр алыуға ынтылышы көслө була. Ике балаһы тыуғас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Диплом алғанда өсөнсө сабыйы 4 айлыҡ була. Тырышлығы, сәмселлеге менән ошо ҙур маҡсатына өлгәшә ул.

Клубта ҡолас йәйеп эшләй. Сөнки бала саҡтан үҙе лә сәхнәнән төшмәй.

–3-сө кластан бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Бик оҡшай ине ул миңә. Зөбәржәт Ғизаметдин ҡыҙы беҙҙе бейеү серҙәренә өйрәтте. Концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша торғайныҡ. Фермаға барып ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре алдында сығыш яһағаныбыҙ ҙа хәтерҙә. Сәсеү башланһа, баҫыуға сығып, мехнизаторҙарға концерт ҡуйҙыҡ.  11-се класҡа тиклем бейеп йөрөнөм. Сәнғәтте яратыуым, бәләкәйҙән бейеүем әлеге эшемдә лә ныҡ ярҙам итә, – тине Гөлшат ханым.

Һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкәс, үҙенең балаларының да күмәк булыуын теләй, сөнки туғандар күп булған һайын йәшәүе лә еңелерәк, тигән фекерҙә ул.

–Бер туғандар күп булғас, рәхәт. Нимә эшләһәк тә бергәбеҙ. Ике апайым Ҡоръятмаҫта, ике апайым үҙебеҙҙең райондағы Рассвет ҡасабаһында, бер апайым Дәүләкән ҡалаһында йәшәй. Туйҙарҙы ла бергәләп үткәрәбеҙ, башҡа мәшәҡәттәрҙе лә, кәңәш һорарға булһа ла  туғандарыма өндәшәм. Дүрт балам булыуы менән бәхетлемен. Һәр береһе ҡәҙерле. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫтеләр. Үҫә барҙылар, ҡул араһына инә барҙылар. Ике оло улым 5 йәштәр тирәһендә үк һауыт-һаба йыуыша ине. Һуңынан сиратлап иҙән йыуа башланылар. Бер эштән дә ҡурҡып торманылар. Уға ҡарап бәләкәстәре лә эшкә өйрәнеп үҫте. Әле ҡыҙым менән бәләкәс улым да мәктәптән ҡайтып ашап, ял итеп алалар ҙа мал ҡарашырға сығып китәләр.  Хатта өс йәшлек ейәнебеҙ ҙә “үҙем” тип бесән һалыша. Шулай бер-береһенә ҡарап эшкә өйрәнәләр. Бала сағымда мине лә атай-әсәйем эшкә өйрәтеп үҫтергәндәренә рәхмәтлемен. Әле лә хәтеремдә 10 йәшлек сағымда әсәйем:”Ҡамыр баҫ әле, һинеке тәмле килеп сыға” тип туҡмас йәйҙерә ине, – тине күп балалы әсәй. 

Матур йәшәйем тиһәң, ныҡлы тырышырға кәрәк. Шәйхетдиновтар ҙа күпләп мал тота. Ихаталарында ултырған "Беларусь" тракторы, ике йөк машинаһы, бер нисә еңел машина был йортта йүнсел хужалар йәшәүе тураһында һөйләй.

Гөлшат ханым клубта ғына эшләмәй, социаль хеҙмәткәр бурысын да башҡара. Тормош иптәше Ратмир ҙа эшкә тырыш. Клубта хужалыҡ эштәрен алып бара. Бынан тыш мәктәп автобусын йөрөтә.

– Тормош юлымда Гөлшат осрағанына яҙмышыма рәхмәтлемен. Эштә лә, өйҙә лә өлгөрә. Килешеп йәшәйбеҙ, – тип һүҙгә ҡушыла ғаилә башлығы.

–Нимәгә тотонһаҡ та кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ҙур эштә генә түгел, ваҡ ҡына мәшәҡәттәрҙә лә. Шулай донъя көтөүе рәхәтерәк. Балаларға ла шулай өйрәтәм, – ти Гөлшат ханым.

Балалары үҫә бара, ваҡытында үҙ донъяларын ҡоралар. Өлкән улдары Замир ҙа 21 йәшендә өйләнгән.

–Балалар өйләнәм тиһә, “әле һиңә иртәрәк әле” тип ҡаршы килергә ярамай. Үҙ ваҡыттарында ғаилә ҡорһондар, балалар үҫтерһендәр, – тигән теләктәрен дә еткерҙе әңгәмәселәрем.  

Йәнтөйәктәрен, тыуған ауылдарын яратыуҙары менән һоҡландырҙы был ғаилә. Гөлшат менән Ратмир үҙҙәре лә ауылдары тип йән атып торалар. Уларға ҡарап балалары ла йәнтөйәктәрен үҙ итәләр, ауылда төпләнеү яғын ҡарайҙар.

Шәйхетдиновтарҙың бәрәкәтле донъяһынан киләсәктә лә ҡот, ырыҫ китмәһен.

Автор фотоһы.

 

 

 

 

 

Ишле ғаилә һынауҙарға бирешмәй
Ишле ғаилә һынауҙарға бирешмәй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас