

Был тормошта ниндәйҙер ҡағиҙәләр буйынса йәшәп булмай. Әле бер, әле икенсе яҡтан һынауҙарын ҡуя ул. Күптәнге танышым Мәҙинә апайҙың да яҙмышы еңелдән булманы. Үҙе шул тиклем ихлас, изге күңелле кешегә ни өсөн ҡыйынлыҡтарҙың күп осрауына аптырарһың. Бер нисә йыл элек күргәнемдә йонсоп, күҙҙәре һүнеп ҡалған һымаҡ булғайны. Күңеленә йыйылған хәсрәте лә үҙенән-үҙе түгелде.
– Ағайым менән еңгәм юл фажиғәһендә һәләк булғанда миңә 22 йәш ине. Саҡ юғары уҡыу йортон тамамлап, эш башлап ҡына йөрөй инем. Ағайымдарҙың ике йәшлек Ғайсар исемле улдары етем ҡалды. Башҡа бер туғандар юҡ. Иң өҙгөләнгәне әсәйем булды. Ейәнен балалар йортона тапшыраһы килмәне. Ағайымдың балаһы минең өсөн бик ҡәҙерле ине. Әсәйем оло йәштә булғас, эргәһенән китмәнем. Уға терк-таяныс булып йәшәнем. Баланың мәшәҡәттәренә батып, үҙемдең шәхси тормошом тураһында ла оноттом. Күпме егеттәр кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Әсәйем мәрхүм булғас, туғаным өсөн яуаплылыҡ бер үҙемә тороп ҡалды. Ғайсарҙы ҡағып ҡуйырҙар, ҡаты итеп һүҙ әйтерҙәр, тип ҡурҡып кейәүгә лә сыҡманым. Тәүҙә балалар баҡсаһына йөрөнө, аҙаҡ мәктәпкә китте, һуңынан институт. Уны үҫтерәм тип, үҙемдең йәшлек ваҡытым үтеп китте. Илле йәшкә еткәнемде лә һиҙмәй ҡалдым. Нефтсе һөнәрен алды ла, Себергә сығып китте. Тәүге осорҙа йылына бер ҡайтып хәлемде белешә, шылтыратып тора ине. Үҙе ғаилә ҡорғас, донъя мәшәҡәттәренә баттымы, яйлап онотто. Һуңғы 5-6 йылда бөтөнләй шылтыратҡаны ла юҡ. Кеше аша ғына яҡшы итеп донъя көтөүе, фатир алыуы, ике сабыйы тыуыуы тураһында ишеттем. Минең өсөн иң мөһиме – ағайым алдында бурысымды үтәнем, туғанымды етем итмәнем, аяҡҡа баҫтырҙым, һөнәр алырға ярҙам иттем. Шуға күңелем тыныс. Ғайсар миңә байрамдарҙа бер шылтыратып ҡотларға, рәхмәт әйтергә ваҡыт тапмай икән, был уның үҙенең намыҫында. Уға бер ниндәй ҙә үпкәм юҡ, – тип тамамланы һүҙен Мәҙинә апай.
Сабырлығы, изге йөрәкле булыуы менән үҙенә ҡарата хөрмәтемде арттырҙы Мәҙинә апай. Ябай ғына йортта, барыһына шөкөр итеп көн итә. Уның үҙенән генә түгел, өйөнән дә ҡот, бәрәкәт бөркөп торған һымаҡ.
Бер нисә йылдан тағы ла тап иттем Мәҙинә апайҙы. Йөҙө нурланып, балҡып киткән һымаҡ ине.
–Йәш саҡта дуҫлашып йөрөгән класташым Әнүәрҙең ҡатыны мәрхүм булғайны, уға тормошҡа сыҡтым бит мин. Уның балаларының мәшәҡәттәре менән мәж киләбеҙ. Һуңғы ике йылда ғына ике ҡыҙын кейәүгә бирҙек. Барлыҡ мәшәҡәттәрен бергәләп күтәрҙек. “Апай” тип өҙөлөп торалар. Яңыраҡ юбилейыма ҡайтып, матур итеп ҡотлап киттеләр. Кешегә күп кәрәкме ни инде. Йылы һүҙ, йылы мөнәсәбәт булһа шул етә, – тине бәхетле йылмайып.
Мәҙинә апайҙың нурҙан балҡып торған йөҙөнә ҡарап уның бәхетле булыуын аңланым. Башҡаларға изгелек итеүҙән йәм табып йәшәү уның булмышында шул.
Автор фотоһы.