Йәмғиәт
19 Мая , 13:15

Яңы Совет барлыҡҡа килде

Радий Хәбиров Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса совет булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы Совет барлыҡҡа килдеЯңы Совет барлыҡҡа килде
Яңы Совет барлыҡҡа килде

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағында Совет булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Совет республиканың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм һанлы технологияларҙы үҫтереү, шул иҫәптән иҡтисад тармаҡтарында, социаль өлкәлә һәм дәүләт идаралығы өлкәһендә яһалма интеллект технологияларын булдырыу, үҫтереү һәм индереү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡһынған ойошмаларҙың үҙ-ара эш итеүен тәьмин итеү өсөн даими эшләүсе коллегиаль кәңәшмә органы буласаҡ.

Указ менән шулай уҡ Совет тураһында положение һәм уның составы раҫлана.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас