Йәмғиәт
20 Мая , 07:00

Башҡортостанда яһалма зиһен буйынса яңы етәксе тәғәйенләнде

Олег Ли Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары була. 

Башҡортостанда яһалма зиһен буйынса яңы етәксе тәғәйенләндеБашҡортостанда яһалма зиһен буйынса яңы етәксе тәғәйенләнде
Башҡортостанда яһалма зиһен буйынса яңы етәксе тәғәйенләнде

Яһалма зиһенде индереү буйынса Стратегик сессияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Олег Лиҙы яһалма зиһен өсөн яуаплы премьер-министр урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында иғлан итте. Эксперт элек милли яһалма зиһен үҫеше стратегияһы менән етәкселек иткән.

Олег Александрович Ли 1994 йылдың 18 апрелендә Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Ангрен ҡалаһында тыуған. Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетын (бакалавриат) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (магистратура) дәүләт һәм муниципаль идара итеү һөнәре буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2016 йылда Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Көйләүсе йоғонтоно баһалау департаментының баш белгес-эксперты булып башлай.

2018-2019 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Дәүләт идаралығы, суд системаһы, дәүләт граждан хеҙмәте өлкәһендә бюджет сәйәсәте департаментының баш белгес-эксперты, консультанты.

2020-2021 йылдарҙа – “Росэксимбанк” акционерҙар йәмғиәтенең проект офисы эксперты, өлкән эксперты.

2021-2022 йылдарҙа – “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк” АНО-ның “Яһалма зиһен” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса экспертиза үҙәге проекттар етәксеһе, төркөм етәксеһе.

2022-2024 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Юғары иҡтисад мәктәбе” яһалма зиһенде үҫтереү милли үҙәге төркөмө етәксеһе

2025-2026 йылдарҙа – “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк” АНО-ның яһалма зиһенде үҫтереү үҙәге советнигы.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас