

Һеҙ ромашкалар яратаһығыҙмы? Мин хәҙер яратам, әммә ул сәскәләр миңә йәшлегемдә булған бер күңелһеҙ хәлде иҫкә төшөрә.
Июнь аҙаҡтары ине, буғай. Студенттарҙың сессияһы тамамлана башлаған осор. Бүлмәләш әхирәтем менән имтихандар араһында, аҙыраҡ башты ял иттереп алайыҡ тип, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанға сыҡтыҡ. Иғтибарыбыҙҙы ике егет йәлеп итте, береһе һалдат кейемендә ине. Улар ҙа беҙгә иғтибар итте. Танышып, һөйләшеп киттек. Береһе – Илшат, ауыл хужалығы институтында уҡый, икенсеһе уның дуҫы – Дамир, әрменән ҡайтып бара икән. Һалдат егет әхирәтемә күҙ һалды, ә минең Илшат менән һүҙем беректе. Бер аҙ йөрөп әйләндек тә, егеттәр беҙҙе ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Илшат был мәлдә Өфө янындағы совхозда практика үтеп йөрөй ине, ҡыр эштәре менән булышабыҙ, тип һөйләне. “Аҙна аҙағына тиклем Өфөлә булаһыңмы? Мин мотлаҡ киләм!” – тип хушлашты.
Аҙна аҙағы яҡынлашыуға тулҡынланып яңы танышымды көтә башланым. Һәм бына шәмбе көнө ишек шаҡығанға йүгереп барып асһам, шат йылмайып Илшат тора! Ҡулында - бер ҡосаҡ ялан ромашкалары. Был сәскәләрҙе күреп, шунда уҡ кәйефем ҡырылды, саҡ гөлләмәне алып битенә һелтәмәнем! Унан бер көн алда ғына Өфө янындағы районда йәшәгән Дамир әхирәтемде күрергә килгәйне. Ул алһыу-ҡыҙыл төҫтәге шундай матур раузалар тотоп килеп инде. Иҫ киткес ине улар! Их, миңә лә шундай гөлләмә бүләк итһендәр ине, тип хыялландым.
Әҙәп һаҡлап, Илшат һуҙған сәскәне алдым, банка табып, һыуға ултырттым. Улар әхирәтемдең алһыу-ҡыҙыл раузалары янында бахыр булып ултырған кеүек тойолдо. Егеттең саҡырыуын ҡабул итмәнем, башым ауыртып тороуға һылтанып, урамда йөрөп килеүҙән баш тарттым. Унан инде, күп тә үтмәй, сессиямды тамамлап, атай-әсәйем янына ҡайтып киттем.
Сентябрҙә уҡыуҙар башланғас, Илшат тағы килгән, тик мин бүлмәлә булмағанмын. Концертҡа саҡырып, билет ҡалдырған ине. Барып торманым. “Кибеттән рауза сәскәһе алырға ла эшкинмәгән егет миңә нимәгә?”- тип уйланым.
Ул ваҡыттан алып өс тиҫтә йыл самаһы ваҡыт үтте. Әхирәтем Дамирға кейәүгә сығып, матур итеп донъя ҡорҙо. Мин сәнғәт институтында уҡыған егет менән яҙмышымды бәйләнем. Матур, хисле итеп һөйләүе, мәҙәнилеге, бөхтәлеге менән йөрәгемде яулағайны ул. Тик тормош көтөргә яраҡһыҙыраҡ булып сыҡты. Әле булһа, ятаҡ тибындағы бер бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Ҙурыраҡҡа ынтылайыҡ тиһәм дә, тәүәккәлләмәй. Икебеҙҙең дә эш хаҡтары ҙур түгел, өҫтәүенә ике баланы көс-хәл менән аяҡҡа баҫтырып киләбеҙ.
Ә Илшаттың хәл-әхүәле менән әхирәтем һәм дуҫы Дамир аша танышмын. Район үҙәгендә төпләнеп, үҙ эшен асҡан, хәтәр ҙур итеп ике ҡатлы йорт һалған. Урамы тулы техника, донъяһы сынъяһау, ти. Бик етеш йәшәйҙәр, йыл һайын ғаиләһе менән диңгеҙ буйҙарында ғына ял итәләр.
...Яланда ромашка сәскәһен күрһәм, гел шул Илшатты иҫләйем һәм үҙемә үҙем аптырайым: ни өсөн улай ҡыландым икән? Бик матур сәскә бит ромашкалар! Улар миңә хәҙер раузаларҙан матурыраҡ булып тойола.
Үкенеп йәшәй икән был, тип уйламағыҙ. Йәшлек иҫәрлеге булғандыр инде. Шулай ҙа ҡайһы берҙә иҫкә төшһә, үкендереп тә ҡуя... Ә һеҙ ромашкалар яратаһығыҙмы?
Гөлнара исемле ҡатын һөйләгән тарих.
Автор фотоһы.