

Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылында йәшәгән Әминә Әбделхай ҡыҙы һәм Рәис Малик улы Ҡолһариндар ошо көндәрҙә матур юбилейҙарын билдәләгән. Ғаилә башлығына – 60, хужабикәгә 55 йәш тулған.
Рәис ағай менән Әминә апайҙың улдары Арсендың махсус хәрби операциянан ҡайтып төшөүе юбилярҙар өсөн ҙур сюрприз булып, матур байрамды тағы ла йәмләгән.
Арсенға имен хеҙмәт теләйбеҙ. Алла бойорһа, тыныслыҡ урынлаштырып, яҡындары янына имен-аман ҡайтып, тағы ла ошондай шатлыҡ-ҡыуаныстар кисерергә яҙһын!
Фото һәм видео: Таулыҡай ауылы төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan