

Бөгөн Нефтекамала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17-се урта мәктәптә булды. Унда беренсе класс уҡыусыһы Асель Сәйетова һәм уның әсәһе Гөлназ менән осрашты. Хәтерегеҙҙәлер, быйыл ғинуарҙа төбәк етәксеһе Өфө хосписында кескәй ҡыҙ менән танышып, уға ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә иткәйне.
Тыумыштан Асель әүҙем сабый була, башта шыуышырға өйрәнә, тәпәй баҫа, тик өс йәштәр тирәһендә регресс башлана – мускулдар көсһөҙләнә, ҡыҙсыҡ атлауҙан туҡтай. Әле ул инвалид коляскаһында йөрөй, ҡул моторикаһы ғына һаҡланып ҡалған.
Балалар баҡсаһынан һуң Аселде 17-се “Юғарыға ос” мәктәбенә алғандар. Белем усағы 2022 йылда заманса асыҡ мөхит стандарты буйынса төҙөлгән. Гөлназ Сәйетова әйтеүенсә, ҡыҙы шулай уҡ музыка мәктәбендә лә уҡый, вокал менән шөғөлләнә, фортепианола уйнай, хорҙа йырлай. Асель һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырып тегелгән кейем-һалымды фотоға, видеоға төшөрөү сараларында ла ҡатнаша.
– Мин һеҙҙе бик көттөм һәм мотлаҡ ҡунаҡҡа килерегеҙҙе белдем. Һеҙгә күрһәтер өсөн дәрестәрҙә “бишле”ләр йыйҙым. Үҫкәс, табип йәки фармацевт булырға теләйем, – ти Асель. Ул Радий Хәбировҡа әсәһе менән бергә эшләгән картинаны һәм башҡа сувенирҙарҙы бүләк итте.
Республика Башлығы, үҙ сиратында, ҡыҙға уҡыу һәм ижади шөғөлдәр өсөн планшет тапшырҙы.
– Мин һинең һәләттәреңдең күплеген, тик “бишле”гә генә уҡығаныңды күрәм. Һине Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған “Кескәй принцессалар балы”на саҡырырға теләйем, – тине тебәк етәксеһе. – Бүләктәрең өсөн рәхмәт. Яҡшы уҡы, ә иң мөһиме – ауырыма.
Башҡортостан Башлығы Аселдең класташтары менән дә аралашты. Мәктәптә ул тамаша, спорт залдарын, ашхананы ҡарап сыҡты. Мәғариф учреждениеһы директоры Роман Ғәниев мәктәп тураһында һөйләне.