Йәмғиәт
20 Мая , 04:45

Ҡыҙым әсәйемә “әсәй” ти...

Уларҙың да баламды бик биргеләре килмәй кеүек тойолдо.

Ҡыҙым әсәйемә “әсәй” ти...Ҡыҙым әсәйемә “әсәй” ти...
Ҡыҙым әсәйемә “әсәй” ти...

 “Йәш саҡта бигерәк башһыҙ булдым. Ә кем 15 йәштә киләсәк тураһында етди уйланһын? Атай-әсәйемде тыңламаным, йүнләп уҡыманым, бик иртә “ҙурайҙым”. Бының һөҙөмтәһе: 16 йәштә әсәй булдым. Тик ул саҡта миңә бала кәрәкмәй ине. Дуҫтарым күңел асҡан саҡта балаға батып ултырғым килмәне. Ярар ярҙамға атайым менән әсәйем килде. Ипләп кенә ҡыҙымды уларға ҡалдырҙым да, бәләкәй ҡаланан Өфөгә ҡастым. Әсәйем ул саҡта йәш, саҡ 40-ы тулып үткәйне. Тик ейәнсәрен ҡарар өсөн эшен ташланы һәм уны үҫтерҙе. Мин иһә ҙур ҡалала шаштым ғына.

Шулай ҙа 20 йәш тулыуға аҡыл ултыра башланы. Ауыр булһа ла, аҡсалы урынға эшкә төштөм. Эш күп булғас, яҡындарым янына йыш ҡайтып булманы, шулай ҙа ике айға бер аҡса ебәреп торҙом. Яйлап аяҡҡа баҫтым, ипотекаға ҙур булмаған фатир алдым. Ир-ат менән әллә ни борсоҡ бешмәне. Шуға күрә ҡыҙымды үҙемдең янға алғым килде. Балалары менән йөрөгән әхирәттәргә, таныштарға ҡарап күҙем ҡыҙа башланы. Мин дә ҡыҙымды үҙем үҫтерә, уны матур итеп кейендереп мәктәпкә йөрөтә алам бит. Әле уға 9 йәш.

Тик ҡыҙым минең менән йәшәү түгел, һөйләшкеһе лә килмәй. Әсәһе түгел, апай итеп тә күрмәй, хөрмәт итмәй. Әсәйемә “әсәй” тигәнен ишеткәс бигерәк ҡыйын булды. Атай-әсәйем барыһына ла үҙең ғәйепле, ҡыҙың ташлап киткәнеңде аңлай бит, ти. Улар ҙа баламды бик биргеләре килмәй кеүек тойолдо.

Миңә ныҡ ҡыйын. Баламды нисек ҡайтарырға белмәйем. Уны яратҡанымды аңланым, үҙем матур итеп үҫтергем, уның менән әхирәт булғым килә. Кәңәш бирегеҙсе, ни эшләп ҡарайым икән?”

Редакцияға ошондай хат килде. Бәлки, был ҡатынға кәңәш менән ярҙам итербеҙ?

 

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас