Йәмғиәт
21 Мая , 12:30

Фонд филиалы психологтары МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә

Бушлай психологик ярҙам алыу өсөн "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фонд филиалы психологтары МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәФонд филиалы психологтары МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә
Фонд филиалы психологтары МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының эш йүнәлештәренең береһе – МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү. Психологтар ярҙамында улар ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта ала.

Фондҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла медицина психологының тәүге консультацияһын үтергә кәңәш ала. Ветерандар менән фондтың социаль координаторҙары эшләй, улар психология өлкәһендә белемгә эйә, проблеманы иртә стадияла танып белә ала. Кәрәк булғанда белгестәргә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәләр.

- Психологик ярҙам - махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүҙең төп йүнәлештәренең береһе. Кеше һәм уның ғаиләһенең үҙҙәренең бәләлә яңғыҙ ҡалмауы һәм яндарында ярҙам итергә әҙер белгестәр барлығын аңлауы бик мөһим. Шуға күрә фонд психологик ярҙам системаһын һәр кемгә филиалдағы тәүге консультациянан алып иң ҡатмарлы хәлдәрҙә профилле белгестәрҙе йәлеп итеүгә тиклем теүәл итеп төҙөй, – тине Анна Цивилева, статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды рәйесе.

Фондтың Башҡортостандағы филиалында республика клиник психотерапия үҙәге психологтары ҡабул итә. Белгестәр хәрби хеҙмәткәрҙәргә психологик тотороҡлолоҡто тергеҙеүҙә, хәүеф менән көрәшеүҙә ярҙам итә, үҙ-үҙен тергеҙеү ысулдарын өйрәтә.

Клиник психологтар аҙ хәрәкәтләнгән ветерандар өсөн социаль координаторҙар менән бергә өйҙә күсмә консультациялар, республика ҡалаларында һәм райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр, шулай уҡ дистанцияла консультациялар үткәрә. Унда психологик ярҙам нескәлектәре асыҡлана.

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина МХО ветерандарының психологтарға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлауын билдәләне.

- Беҙ профилле белгестәрҙең тырышлығын һәм авторлыҡ ярҙам программаларын берләштерҙек. Психологтар райондарға сыға, өйҙә эшләй, ғаилә осрашыуҙарына бара. Рухи остаздар һәм социаль координаторҙар менән бергә беҙ проблеманың киҫкенләшеүен көтмәйенсә ярҙамға ашығабыҙ. Беҙ рәхмәтт һүҙҙәре ишетәбеҙ. Ярҙам алғандар филиал проекттарында, спорт һәм йәмәғәт сараларында әүҙемерәк ҡатнаша башлай. Беҙҙең бурыс – психологик ярҙамды мохтаж һәр кем алырлыҡ итеү, - тине Гөлнур Ҡолһарина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бушлай психологик ярҙам алыу өсөн "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Текстың авторы: Арина Алекперова.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас