

“Беҙ яһалма зиһенде ҡабул итеп, уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ, йәки, кире осраҡта, мәшәҡәттәр уртаһында ҡалып, еңеләсәкбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикаға яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессияла.
Ваҡиғаларға үҙ ваҡытында иғтибар итеү, хәүефте һәм мөмкинлектәрҙе алдан күрә белеү – идаралыҡта, халыҡ менән эшләүҙә үтә мөһим. Яһалма зиһен тап шул йәһәттән ярҙам итәсәк. Был өҫтөнлөктө Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина ла билдәләне.
– Башҡортостан – дәүләт идаралығы системаһына яһалма зиһен индереү буйынса илдә лидерҙарҙың береһе, – ти ул. – Һанлы үҫештең яңы моделен булдырып, республика алдынғылар рәтендә бара. Бындай ҡаҙанышта төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың өлөшө ҙур. Ул, визионер булараҡ, яһалма зиһенде иҡтисадҡа, социаль өлкәгә, власть органдары эшенә индереүҙе эҙмә-эҙлекле алға алып бара. Был инде технология тренды ғына түгел, ә идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән аныҡ ҡарарҙар.
Элина Винер ҡыҙы билдәләүенсә, яһалма зиһен коммерцияға ҡарамаған сектор өсөн дә киң мөмкинлектәр аса – граждандарҙың социаль ихтыяждарына анализ яһауҙан һәм адреслы ярҙам сараларын арттырыуҙан алып иҫкергән алымдарҙы автоматлаштырыуға, аналитика әҙерләүгә, мохтаждар менән эштә коммуникацияларҙы үҫтереүгә тиклем.
– Радий Фәрит улының технологияларҙың ғәмәли файҙаһын билдәләүе, уларға ҡарата ышаныс булдырырға ынтылыуы айырыуса мөһим. Көн дә халыҡ менән эшләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн яһалма зиһенде аңлайышлы, яуаплы ҡулланыу мәсьәләләре ҙур әһәмиәткә эйә, – ти ул. – Башҡортостан илдә тәүгеләр рәтендә һанлы трансформациялауҙы системалы ойошторҙо – пилот проекттарын эшләтә башлап, үҫештең оҙайлы стратегияһын булдырҙы. Был да беҙҙең өсөн мөһим.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan