+21 °С
Болотло


"Салауат" компанияһы Байым мәктәбе биләмәһендә 49 төп гортензия сәскәләре ултыртты. Акцияла компания һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ быйыл белем усағын тамамлаясаҡ сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты. Киләсәктә гортензияларҙың һигеҙ төрө мәктәп алдын шау-сәскәгә күмәсәк. Көн эҫе булыуына ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусылар яҡшы кәйефтә һәм дәррәү генә был эште тиҙ арала атҡарып сыҡты.
Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон"