

Атай нигеҙендә йорт төҙөгәс, Ғайсарҙың һөйөнөсөнөң сиге булманы. Күптәнге хыялым тормошҡа аша, тип шатланды. Мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән Ләләһенә өйләнде. Донъяларын йәмләп улдары Дим тыуҙы.
Ҡатыны бәләкәй бала менән өйҙә ултырғас, аҡса күп кәрәк. Уҡытыусының эш хаҡы ғына Ғайсарҙың ғаиләһен ҡарарға ярҙам итмәне. Ул курс тамамлап, бөтөнләй башҡа һөнәргә эйә булып, Себер тарафтарына сығып китте.
Эсеүгә әүәҫлеге булмаған, хужасыл ир тиненә тиклем аҡсаһын ғаиләһенә ебәреп торҙо. Үҙенә булмаһа булманы, иң мөһиме – яҡындарым етеш йәшәһен, тип тырышты ул.
Аҡса мул булғас, ҡатыны ла ҡәнәғәт. Вахтанан ҡайтыуына һыйлы табындар әҙерләп көтөп тора. Шулай ҙа күп аҡса ла кешене боҙа икән. Ләлә булғанын бәрәкәтле итеп тотона белмәне. Ашаймы-юҡмы, кәрәкмәгән аҙыҡ-түлекте лә ала, уларҙы һуңынан тоҡсайлап-тоҡсайлап сығарып түгә. Хатта элеккесә тәмле итеп итле һурпа бешерергә лә иренә башланы. Район үҙәгенә яҡын йәшәгәс, кафеларға ғына заказ бирә лә ҡуя, өйгә килтереп еткерәләр, түлә генә! Өй аштарын һағынып ҡайтҡан Ғайсарҙың күңеле төшһә лә, ҡатынына был турала тәүҙә һиҙҙермәне. Шулай ҙа бер әйтеп ҡуйҙы.
– Ләлә, туңдырғысың туп-тулы ит фаршы. Ни өсөн һин кафеға өсбосмаҡтар, бәлештәргә заказ бирәһең? Үҙең бешергән тәмлерәк килеп сыға бит, – тине.
Иренең был һүҙҙәре кәләшенә оҡшаманы. Ут һымаҡ сәсрәп ҡабынып китте.
– Көн буйы бала эргәһенән китә алмайым. Мин нисек барыһына ла өлгөрәйем?! Мин һиңә ашнаҡсы булып килмәнем, – тигән һүҙҙәре йөрәген әрнетте Ғайсарҙың.
Элекке һымаҡ мейес яғып, һыу ташып, һыу йылытып, кер йыуырға түгел. Бөтә шарттар өйҙә бар. Газ, һыу ингән. Керҙе машина ҡоротоп тигәндәй сығара. Йыйыштырыуы еңел булһын тип һауыт һаба йыуыу машинаһын да, робот-саң һурҙырғыс та алдылар.
Кешене күп аҡса тиҙ боҙа икән. Тиҙҙән элекке Ләләнән бер нимә лә ҡалманы. Иренә ул аҡса табыусы итеп кенә ҡарай башланы. Уны ла көндән-көн күберәк таптыра башланы. Ғайсар, аптырап, ялында ла эшләне.
Берҙән-бер көн телефонына ауылдан класташы Раилдан хәбәр килеп төштө. “Класташ, күп аҡса эшләү менән мауығып, ҡатыныңды иғтибарҙан ысҡындырма. Уның күршегеҙ – буйҙаҡ Тәлғәт менән сыуалғаны ишетелә. Һинең алданып йөрөүеңде теләмәйем”, – тигән һүҙҙәр яҙылғайны унда.
Йөрәге әсетеп йолҡоноп төшөп киткән һымаҡ булды. “Ялда ҡайтмай эшләйем”, тиһә лә, бер нисә минуттан ул, бер кемгә лә әйтмәй генә ҡайтып килергә, тигән ҡарарға килде. Эштәге етәкселәре менән һөйләште лә тыуған яғына осто.
Элек һәр саҡ һағынып аяҡ баҫҡан тыуған ауылы ла сит кешене ҡаршы алған һымаҡ булды был юлы. Һуң булғас, минекеләр йоҡлайҙыр инде, тип уйланы һүнгән уттарға ҡарап. Ғайсарҙы ишектә эленеп торған йоҙаҡ ҡаршы алды. “Ләлә ҡайҙа икән? Ниңә өйҙә ҡунмай? Әллә класташы яҙған хәбәр дөрөҫмө икән?” тигән ҡырҡ төрлө икеләнеү менән ишекте асып керҙе.
Бер нимә лә үҙгәрмәгән кеүек донъяһында. Ипләп кенә бүлмәләр буйлап үтте. Йоҡо бүлмәһен асһа, биш йәшлек улының бер ни белмәй йоҡлап ятыуын күреп ғәжәп итте. “Нисек бәләкәй баланы яңғыҙын ҡалдырып сығып китә алған?”
Йәһәтләп Тәлғәт йәшәгән күрше йортҡа ыңғайланы. Унда ишек эстән бикле булып сыҡты. Ишекте емерерҙәй булып шаҡыны ҡыҙған ир. Биш минут тирәһенән өй хужаһы асты. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, эскә атлыҡты Ғайсар. Залда өй халатында ғына ҡатыны Ләлә ҡаршы алды.
Ниндәйҙер һүҙ әйтеү, әрләшеү, нимәлер дәлилләүгә урын юҡ. Ғайсар барыһын да аңланы...
Бер нисә минуттан артынан Ләлә ҡайтып инеп, әйберҙәрен сумаҙанға тултыра башланы.
– Үҙең дә, балаң да миңә кәрәкмәй. Был донъяға бер килгәнбеҙ, үҙем өсөн йәшәгем килә. Һинән китәм. Балаға аҡса ебәреп торормон, – тип Ләлә әйберҙәрен алып сығып та китте.
Бына шул ваҡиғанан һуң йыл артынан йыл үтте. Ләлә үҙе лә ҡайтып күренмәне, бер тин аҡса ла һалманы. Ғайсар тешен ҡыҫып яңғыҙы улын ҡараны. Барыһы ла яҡшы бара ине. Тик Хоҙай уға тағы ла бер ҡаты һынау ебәрҙе. Сираттағы медицина тикшереүе барышында үпкәһендә яман шеш таптылар. Ҡаты стресс та быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Ауыр операциялар, башҡа төрлө дауалауҙар үтеп, саҡ аяҡҡа баҫты Ғайсар. Ярай, улын ҡарашырға эргәһендә әсәһе булды.
Атаһының ҡаты сирләүе улына ла тәьҫир итте. Ул киләсәктә медицина юлын һайларға китергә ҡарар итте.
Түҙгәнгә түш, тигәндәй, Ғайсарға ла бәхет йылмайҙы. Улы уҡып бөтөп, онкология буйынса яҡшы табип булып китте. Өйләнеп, баш ҡалала фатир алды. Килене Гөлсинә – йөрәк ауырыуҙары буйынса табип. Бик ипле, ихтирамлы ҡыҙ. Бала саҡтан атайһыҙ үҫкәнгәме, ауырлыҡты ла күп күргән. Шуға ире тапҡанды ҡәҙерләп, сарыф итмәй тота белә.
Улының өйләнеүе Ғайсарҙың тормошона тағы ла бер матур биҙәк алып инде: ҡоҙағыйы Нәфисә менән таныштырҙы. Балаларына бәйле уртаҡ мәшәҡәттәр уларҙың араһын яҡынайтты. Тиҙҙән бер-береһенә терәк һәм кәрәк булыуҙарын аңланылар. Ейәндәре тыуыуға улар ҙа өйләнешеп бергә йәшәй башланы.
Әллә күпме һынауҙарҙан һуң, ниһайәт, бәхете асылып китте Ғайсарҙың. Ә бәхет булған ерҙә, үпкә-рәнйеүҙәргә урын юҡ. Ғайсарҙың күңеленән Ләләгә ҡарата үпкәһе иреп юғалды, үҙе лә ҡурҡыныс төш һымаҡ онотолдо.
Автор фотоһы.