Йәмғиәт
23 Мая , 17:35

Төн эсендә ҡыяр тоҙлана!

Еп-еңел был рецепты Миңзиә Каспранова йыш ҡуллана.

Төн эсендә ҡыяр тоҙлана!Төн эсендә ҡыяр тоҙлана!
Төн эсендә ҡыяр тоҙлана!

Ҡайһы берҙә тоҙло ҡыяр ашағы килеп китә. Баҡтиһәң, уны еңел генә тоҙлау рецебы  бар икән.  Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәхетнамә” тапшырыуын алып барыусы Миңзиә Каспранова һеҙгә уны әҙерләүҙең шундай ысулын тәҡдим итә.

- Кисен тоҙлаһам, икенсе көнгә еңелсә тоҙло ҡыяр ашарға әҙер була. Бер килограмм вағыраҡ ҡыяр, 1 аш ҡалағы тоҙ, ярты аш ҡалағы шәкәр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1-3 зонтик укроп, 3-4 бөртөк борсаҡлы борос кәрәк була.

Ҡыярҙар ваҡ булған һайын тиҙерәк әҙерләнәсәк. Уларҙы йыуып, ике яҡтан остарын киҫергә. Укропты ла ваҡ киҫәктәргә бүлгеләргә була, зонтик рәүешендә тулыһынса ла һалырға ла мөмкин. Һарымһаҡты таҙартып пластинкаларға бүләбеҙ.

Ныҡлы полиэтилен пакетҡа ҡыярҙарҙы теҙеп, тоҙ һәм шәкәр һибәбеҙ. Һуңынан һарымһаҡ, укропты һәм боросто һалабыҙ. Пакеттың осон ныҡ итеп бәйләгәс, тоҙ менән шәкәр тигеҙ итеп таралһын өсөн уны һелкетәбеҙ. Пакетты кәмендә 5-6 сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ. Иртәнсәк тоҙло ҡыярҙы ашаһағыҙ ҙа була. Бер көндән улар тағы ла тәмләнәсәк, - тине ул.

 

Фото: Минзиә Каспранованыҡы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас