

* Әгәр май ҡыҙып яна башлаһа, уға тоҙ өҫтәп ебәрегеҙ, май төтәүҙән туҡтар. Май тирә-яҡҡа сәсрәмәһен өсөн дә ошо кәңәш ярҙам итер.
* Һарымһаҡ ныҡ яндырмаһын тиһәгеҙ, турар алдынан уны бер минутҡа ҡайнар һыуҙа тотоп алығыҙ.
* Ҡаймаҡ та майонез һымаҡ булыр, әгәр ҡаймаҡҡа бер сәй ҡалағы гәрсис һәм бешкән йомортҡаның һарығын ваҡлап һалып туғып ебәрһәгеҙ.
*Ҡыҙыл сөгөлдөрҙө тиҙ генә бешереү ысулы бар. Әгәр ғәҙәттә бер сәғәт бешерәһегеҙ икән, был юлы 30 минут ҡайнатҡандан һуң, эҫе һыуҙы түгегеҙ һәм һалҡын һыу ағымы аҫтына ҡуйығыҙ. Температура ҡырҡа үҙгәреүе арҡаһында ул яйлап әҙер буласаҡ.
Автор фотоһы.