Йәмғиәт
25 Мая , 13:30

Тауыҡтарымды ҡарамағанһың, тип....

Һорап та тормай сепрәк ҡапсыҡҡа беҙҙең тауыҡтарҙы тултырып алып сығып китте...

Тауыҡтарымды ҡарамағанһың, тип....Тауыҡтарымды ҡарамағанһың, тип....
Тауыҡтарымды ҡарамағанһың, тип....

Ауылда күршеһеҙ йәшәп булмай. Нимә генә эшләһәң дә күршегә барып тоташа. Күршең һәйбәт булһа, тормошоң да көйлө, тыныс. Гөлсөм апайҙың һөйләгәндәре тап ошоға инандырҙы.  

–Бер туған Ләлә апайым менән күрше генә йәшәгән егеттәргә кейәүгә сығып, ауылда төпләнеп ҡалдыҡ. Бының өсөн тәүҙә һөйөнөп бөтә алманым. Ысынлап та, тәүҙә бик татыу, берҙәм йәшәнек. Һуғым һуйһаҡ та, ҡунаҡ йыйһаҡ та, бер нисә көнгә сығып китһәк тә, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып торорға өндәшеүе бик уңайлы ине.

Ләкин был тәүҙә генә шулай булды. Аҙаҡ апайымдың беҙгә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Донъяларының беҙҙекенән ҡайтышыраҡ булыуы ла быға йоғонто яһағандыр. Ирем район үҙәгендә ҙур ғына төҙөлөш ойошмаһында етәксе булып эшләгәс, беҙ иркен йәшәнек. Йортто ла кирбестән ҙур итеп һалдыҡ, йыһаздарҙы ла затлырағын һайланыҡ, машинабыҙ ҙа текәрәк ине. Етмәһә, мин дә мәктәпкә эшкә урынлаштым. Донъя бөтәйтеүгә был да файҙаға ярап ҡала ине. Ә апайым менән еҙнәм ябай ғына итеп донъя көттө. Апайым бала ҡарап өйҙә ултырҙы, еҙнәм ауылда эш тапмағас, мал үрсетеп, мал һатып  аҡса таптылар.

 Хәлле йәшәүебеҙ бик оҡшамауын апайым йыш ҡына төрттөрөп әйтеп ҡуя ине.

–Байҙар бай кешеләр менән аралаша инде. Дуҫтарығыҙ ҙа барыһы ла хәлле бит, - тип әйтеп ала ине.

Шулай ҙа апайымды бер ҡасан да ҡунаҡтан ҡалдырманыҡ, һәр ваҡыт табынымдың түрендә булды, ҡулдан килгәнсә матди яҡтан да ярҙам итергә тырыштым.

Шулай ҙа һуңғы бер ваҡиға хәтеремде бик ныҡ ҡалдырҙы. Апайымдар күмәкләшеп өс көнгә ҡоҙағыйҙырына ҡунаҡҡа сығып киткәндә беҙгә малдарын ҡарап торорға ҡуштылар. Был беренсе тапҡыр түгел, шунда уҡ риза булдыҡ. Ләкин уйламаған бер хәл килеп тыуҙы. Һуңғы көндө кисен яҡшылап малдарын ҡарап, һыйырҙарын һауып, барыһын да аҙбарға ябып ҡуйҙыҡ. Айырым бер урында урынлашҡан тауыҡтарын да ғәҙәттәгесә ем биреп төнгә ҡарай бикләнек. Иртәнсәк асырға барһаҡ, тауыҡ кетәгенең  асыҡ булыуына ғәжәп иттек,  тауыҡтарҙың йөндәре генә туҙып ята ине. “Тауыҡтарҙы төлкө ташый” тигән хәбәр ишетелә ине, баҡса башында ла йөрөгәндәре күренде, ләкин был хәл беҙгә ҡағылыр тип уйламаныҡ та. Кеше малы өсөн яуаплылыҡ алып ҡалғас, был беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡыйын ине.

–Апайыңдар көймәһен, аҡсаһын бирербеҙ, яңынан тауыҡ алырҙар, – тип ирем мине тынысландырып эшкә китте.

Шул көндө апайымдар ҡунаҡтан ҡайтып төштө. Тауыҡтарының башына төлкө етеүен күреп, апайым шунда ҡыҙып беҙгә килеп керҙе.

–  Мал-тыуарҙы йүнләп ҡарамағанһығыҙ, яҡшылап төнгөлөккә япмағанһығыҙ. Беҙҙең ҡарап торғаныбыҙ мал. Юрый малдары ҡазаланһын тип теләгәнһегеҙҙер. Һеҙҙең өсөн биш тауыҡ әллә нимә түгелдер, беҙҙең өсөн һәр береһе һанаулы, – тип енләнеп беҙҙең мал ҡураһына йүнәлде. “Тауыҡтарығыҙҙың хаҡын бирермен” тип әйтеп тә өлгөрмәнем.

Ул арала тауыҡтарҙы ҡурҡытып, үҙе менән алып килгән сепрәк тоҡҡа беҙҙең тауыҡтарҙы тултырып алып сығып та китте.

Шул тиклем хәтерем ҡалды. Улай ҡыланмаһа ла булыр ине. Шул көндән һуң апайыма күңелем ҡатты. Ҡабат араларҙы көйләргә теләп, йылмайып өндәшеп ҡарай апайым. Ләкин минең күңелем бер нисек тә иремәй, – тип һөйләне Гөлсөм апай.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас