Йәмғиәт
25 Май , 13:15

Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы

Яратҡан шөғөлөң булыуы үҙе бәхет бит ул! Шуға күрә Юлиә Ҡарағолова күңеле ятҡан эшенә ваҡыт табырға тырыша – төн уртаһына тиклем булһа ла ултыра, әммә башлағанын тамамламайынса туҡтамай. Дауамы - сайтта:

Ҡул эштәрендә – күңел йылыһыҠул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы

Гүзәл зат һәр саҡ сибәр, күркәм булырға, матур, ыҫпай кейенергә ынтылған. Шуға күрә, заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, милли кейем, биҙәүестәр, ҡайылған, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр моданан сыҡмай, киреһенсә, көндәлек тормошобоҙҙа күберәк урын ала бара. Бөгөн һүҙем оҫталығы, маһирлығы, уңғанлығы һәм мөләйемлелеге менән эргә-тирәләгеләрҙе һоҡландырған Юлиә Ҡарағолова тураһында.

Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәгән Сәрүәр менән Фәнзил Вәлиевтәрҙең татыу ғаиләһендә ике ҡыҙ – Айзилә менән Юлиә буй еткергән. Хозур тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫкән ҡыҙҙарҙың  матурлыҡҡа ынтылып йәшәүе һис ғәжәп түгел. Икеһе лә хәҙер ғаиләле. Айзилә менән сығышы менән шулай уҡ Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан булған Илһам Вәлиевтәр ғаиләһендә Арыҫлан тигән ҡыйыу егет һәм Айсель исемле сибәр ҡыҙ үҫә. Юлиәнең ире Вадим да Бөрйән районынан – ул Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән. Ҡарағоловтар ғаиләһендә Айлина һәм Ралина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Өлкәне, әсәһенә эйәреп, төрлө биҙәүестәр һәм сувенирҙар эшләү менән мауыға. Бәләкәстәренә биш кенә йәш тулған әле. Ул да әсәһе һәм апайы кеүек ҡул эштәре менән мауыҡмаҡсы. Әлегә ул мәрйендәрҙе әйләндереп ентекләп ҡарай, ғәзиз кешеләренең ҡул эштәрен өйрәнә.  

Өфө ҡалаһының Ноғай ауылында йәшәгән Юлиә менән Вадим Ҡарағоловтар үҙҙәре кеүек ҡул оҫталары менән аралашып йәшәй. Уңған Бөрйән ҡыҙы түшелдеректәр, стилләштерелгән биҙәүестәр эшләү менән мауыға. Уның ҡул эштәренә оҫталығы – өләсәһе Ғәшүрә Вәлиеванан. Ул заманында станокта түшәктәр һуҡҡан һәм кешеләрҙе дауалаған.

 – Элек мәктәптә уҡығанда бейеү менән мауыҡтым һәм шул ваҡытта ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу уянды. Төрлө биҙәүестәрҙе эшләй башланым һәм миндә ниндәйҙер илаһи көс уянды, – ти Юлиә.

Ошо ике яратҡан шөғөлө – бейеү менән ҡул эштәре – уның тормошон оҙатып бара.  Күптән түгел ул станокта түшәк һуғыу менән ҡыҙыҡһына, күлдәктәр тегеү менән мауыға башлаған.

Юлиәнең һөйләүенсә, уның бала саҡтан мауыҡҡан ҡул эштәре күңелде тынысландыра һәм ниндәйҙер бер рәхәтлек бирә икән.

– Күҙ нурыңды, йәнеңде биреп сәйләндәр теҙәһең, биҙәүестәр эшләйһең, күлдәк тегәһең бит. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡышҡы оҙон кистәрҙә аулаҡ өйгә йыйылып бәйләм бәйләгән. Аулаҡ өйҙәр үҙенә күрә ҡул эше – тегеү, сигеү, бәйләү мәктәбе булып торған,  – тип һөйләй Юлиә. – Шулай итеп, әсәйемә эйәреп, бәләкәйҙән бәйләм бәйләргә, тегергә өйрәндем. Тәүҙә еңелерәк әйберҙәр, артабан диван, ултырғыс япмаларын да төрлөләндереп бәйләй башланым.

Яратҡан шөғөлөң булыуы үҙе бәхет бит ул! Шуға күрә Юлиә күңеле ятҡан эшенә ваҡыт табырға тырыша – төн уртаһына тиклем булһа ла ултыра, әммә башлағанын тамамламайынса туҡтамай. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, күңеле матур кеше ошондай ғәжәйеп әйберҙәрҙе эшләйҙер һәм бүләк итәлер. Юлиә Ҡарағолова “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, “Улар һаулығыбыҙ һағында” тигән конкурста ҡатнашҡан шәфҡәт туташтарына үҙе эшләгән биҙәүестәрҙе бүләк итергә ҡарар итте.

Ижад шишмәң һайыҡмаһын, Юлиә! Күҙ нурҙарыңды һалып эшләгән ҡул эштәрең зауыҡлыҡты, матурлыҡты һәм гүзәллекте күрә белгәндәрҙең күңеленә илһам өҫтәһен, матур йәшәүгә ынтылыш бүләк итһен!

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Юлиә Ҡарағолова һәм уның ҡул эштәре.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Ҡул эштәрендә – күңел йылыһы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас